Йәмғиәт
23 Ғинуар 2021, 06:00

Йылы бейәләй һәм көрәк алығыҙ ҙа...

Урамдарға ҡарлы физкультура менән шөғөлләнергә сығығыҙ. Ә фотоларығыҙҙы комментарийҙарға урынлаштырығыҙ.

Өфө ирекмәндәре “Ҡарлы фитнес” исемле акция ойошторған. Уның сиктәрендә әүҙем йәштәр баш ҡала урамдарын, атап әйткәндә, йорттар һәм биналар эргәһен һуңғы арала даими яуып торған ҡарҙан таҙарта.
Ирекмәндәр изге эшкә ҡала халҡын да ҡушылырға саҡыра. “Йылы бейәләйҙәрегеҙҙе кейегеҙ, көрәктәр алығыҙ ҙа ҡарлы фитнесҡа ҡушылығыҙ!” – ти улар.
Акцияның махсус хэштегтары ла бар. Ҡушылырға уйлаһағыҙ, улар менән бергә фотоһүрәттәрегеҙҙе социаль селтәрҙәргә һалырға онотмағыҙ:
Фото: "Бәйләнештә"
Читайте нас