Йәмғиәт
25 Ғинуар 2021, 08:30

Хәҙерге йәмғиәттә рухи мәҙәниәт бармы?

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа “Хәҙерге йәмғиәттә рухи мәҙәниәт. Проблемалар һәм үҫеш ҡаршылыҡтары” тигән темаға түңәрәк өҫтәл үткәрелде.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайында “Хәҙерге йәмғиәттә рухи мәҙәниәт. Проблемалар һәм үҫеш ҡаршылыҡтары” тигән темаға түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Сараны видеоэлемтә форматында үткәрҙеләр, уны парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин алып барҙы.
Билдәләнгән проблема буйынса кинорежисссер Булат Йосопов, “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Рәсих Әхмәтвәлиев, М.И. Нестеров исемендәге музей директоры урынбаҫары Светлана Игнатенко, Башҡортостан дәүләт педагогия университеты профессоры Владислав Бенин һәм башҡалар сығыш яһаны.
Түңәрәк өҫтәлдә бөгөнгө йәмғиәттә мәҙәниәттең торошо, был өлкәләге ҡануниәт һәм республика биләмәһендә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк булған саралар тураһында һөйләшеү барҙы. Ижади һөнәр эйәләренең үҙ-үҙен күрһәтеү теләге менән башҡаларға ҡарата ихтирам араһындағы сикте боҙоуы насар эҙемтәләргә алып килергә мөмкин. Һәм тәүге сиратта – авторҙың үҙе өсөн.
Быға миҫал итеп Өфөлә йәшәгән Алена Савельеваның милли кейемдәргә бәйле тотанаҡһыҙ һүрәттәрен килтерҙеләр. Улар социаль селтәрҙә ҡулланыусыларҙа нәфрәт тыуҙырҙы.
– Был – асыҡтан-асыҡ провокация, – тине Раил Әсәҙуллин. – Бындай “дан”ға ынтылырға һис тә ярамай.
Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, сарала ҡатнашыусыларҙың төп бурысы хәҙерге йәмғиәттең рухи мәҙәниәтендә көрсөк күҙәтеләме икәненә яуап табыу булды.
– Түңәрәк өҫтәл беҙҙе был тема тураһында уйланырға мәжүр итеп кенә ҡалманы, ә бөгөнгө мәҙәниәттәге төрлө күренештәргә, заман кешелеренең уға ҡарашын өйрәнергә кәрәклеген дә күрһәтте, – тине ул.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролатй сайтынан.
Читайте нас