Йәмғиәт
25 Ғинуар 2021, 18:00

Кемдәр еңде?

Иң матур йорт, ихата, подъезд һәм яңы йыл ҡаласығы конкурстары еңеүселәре билдәләнде.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев иң яҡшы күп фатирлы йорт, ихата һәм подъезды асыҡлау буйынса һәм “Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” конкурсында еңеүселәрҙе билдәләне.
– Был конкурстар халыҡты ихаталарын һәм йорттарын тәртиптә тотоуға ылыҡтырыу өсөн йыл һайын ойошторола, еңеүселәр бүләкләнә. Былтыр 273 заявка килгән, был 2019 йыл менән сағыштырғанда биш тапҡыр күберәк. 99 заявка – “Иң яҡшы күп фатирлы йорт”, 80-е – “Иң яҡшы йорт алды биләмәһе”, 94-е – “Иң яҡшы подъезд” номинацияһы буйынса килде. Һөҙөмтәлә 27 еңеүсе билдәләнде, – тине Борис Беляев.
“Иң яҡшы күп фатирлы йорт” номинацияһында, беренсе урын – Өфөлә, Рихард Зорге урамы, 66/2, икенсе урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 24, өсөнсө урын – Нефтекама ҡалаһы, Юл урамы, 15а йортта.
Ҡала биләмәләре араһында беренсе урын Яңауыл ҡалаһы, Совет урамы, 16, икенсе урын – Учалы ҡалаһы, Башҡортостан урамы, 17а, өсөнсө урын – Туймазы ҡалаһы, Чапаев урамы, 6А. Ауыл биләмәләре араһында, беренсе һәм икенсе урын Өфө районының Михайловка ауылындағы, Коммунистик урамындағы 18 һәм 20-се йорттарҙа. Өсөнсө урын – Ғафури районы, Красноусол ауылы, Яңы йорт урамы, 2.
Шулай уҡ иң яҡшы подъезд һәм ихата номинациларында ла һәр ҡала, ҡала биләмәһе һәм ауыл биләмәһе буйынса еңеүселәр асыҡланған.
“Иң яҡшы яңы йыл ҡаласағы” конкурсына 50 муниципалитет ҡатнашып, 59 заявка ебәргән. 11-е ебәрмәгән, икәү һуңлаған һәм шуға ҡаралмаған. Һөҙөмтәлә, ҡалалар араһында өсөнсө урын – Стәрлетамаҡ, икенсе урын – Межгорье, беренсе урын – Нефтекама ҡалаһында. Ҡала биләмәләре араһында өсөнсө урын Мәләүез, икенсе урын – Туймазы һәм беренсе урын – Учалыла. Райондар араһында, өсөнсө урында Нуриман, Ҡырмыҫҡалы һәм Тәтешле райондары, икенсе урын – Ғафури һәм Иглин райондары, беренсе урын – Баҡалы районында. Өфө ҡалаһы райондары шулай уҡ үҙ-ара көс һынашты һәм бында ла еңеүселәр билдәләнде.
Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы, халыҡты һәм күп фатирлы йорттар советтарына конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт әйтте.
- Еңеүселәрҙе ҡотлайым. Был беҙҙең эштең мөһим йүнәлеше. Яңы йыл ҡаласыҡтарына килгәндә, кешеләр йыл һайын беҙҙән яңылыҡ көтә. Шуға күрә 2022 йылды ҡаршы алыуға тағы ла яҡшыраҡ әҙерләнәйек, - тине төбәк етәксеһе.
Фото: on.rbsmi.ru
Читайте нас