Йәмғиәт
25 Ғинуар 2021, 17:10

Студенттарҙы тәбрикләнеләр

Конькилы концерт тамашаһы, башҡорт бүреге кейгән Джефф Монсон - Башҡорт дәүләт университеты студенттарын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланылар.

Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты янындағы боҙ майҙансығында Студенттар көнөнә арналған тамаша үтте. Сараны ойоштороуҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ярҙам күрһәткән.

Студенттарҙы фирҡәнең башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм бар донъяға билдәле спортсы Джефф Монсон тәбрикләне.

Спортсы үҙенең студент йылдарына бәйле мәрәкәле ваҡиға менән дә бүлеште.

Төп уҡыу предметы итеп психология фәнен һайланым да, дәрестәргә йөрөй башланым. Бер аҙ ваҡыт үткәс, психология урынына философия буйынса лекцияларға йөрөгәнем асыҡланды”, - тип студенттарҙы көлдөрттө ул.

Студенттар, үҙ сираттарында, ҡотлауҙарға музыкаль яуап та әҙерләгән ине: байрамға килгән ҡунаҡтарға улар боҙ майҙансығы өҫтөндә конькила шыуып, тулы бер концерт бүләк иттеләр.

БДУ ректоры Николай Морозкин да саранан ситтә ҡалманы, ул студенттарҙы байрамдары менән ҡотлап, уҡыуҙарында уңыштар теләне.

Тамаша сиктәрендә университеттың факультеттары араһында ойошторолған “Голубой огонек” флешмобтар конкурсына йомғаҡ та яһалды.

Студенттар үҙҙәре был байрамдың саф һауала үтеүен уңышлы тип тапты.

Концерт ҡарап ҡына ҡалманыҡ, боҙ майҙансығы өҫтөндә ойошторолған тамашаның ҡатнашыусылары ла булдыҡ”, - тинеләр йәштәр, тәьҫораттары менән бүлешеп.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” сайты

Читайте нас