Башҡортостанға сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса тағы ла 10 комплекс кәрәк.
Был турала Башҡортостан юлдаш телеканалындағы брифингта әйтелде (беҙ сайтта был брифинг тураһында хәбәр иткәйнек инде). Республика Хөкүмәте Премьер-министры-урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев ошо брифингта әйтеүенсә, әлеге ваҡытта төбәгебеҙҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу буйынса 14 комплекс бар, ләкин уларҙың ҡеүәте етерлек түгел.
Былтыр йыйылған сүп-сарҙың 26 проценты ошондай комплекстар аша үткән, ә был күрһәткес 50 процентҡа етергә тейеш, йәғни йыйылғандың яртыһын ғына күмергә мөмкин.