– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тоҡ менән йыйыу бер ниндәй үлсәмдәр менән билдәләнмәгән алым һәм был эштең үҙ кәмселектәре бар, – тине Нияз Фазылов. – Быйыл муниципаль берәмектәр сүпте тоҡ менән йыйыуҙан туҡтаясаҡ, уларға тулыһынса йыһазландырылған контейнер майҙансыҡтары булдырыу талабы ҡуйылды. Коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар менән тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә файҙалана алырға тейешбеҙ. Тоҡтар менән йыйырға күп ауыл һәм ҡасабаларҙа контейнерҙар һәм улар өсөн майҙансыҡтар етешмәүе сәбәп булды. Хәҙер был мәсьәлә уңышлы хәл ителә һәм сүп-сар йыйыуҙы уңайлыраҡ, замансараҡ ысулға күсерергә ваҡыт.