Йәмғиәт
26 Ғинуар 2021, 07:30

Ялған хәбәр таратыусыны эҙләйҙәр

Ялған хәбәр таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Башҡортостанда мессенджерҙарҙа “Өфөоргсинтез”дағы янғын арҡаһында Черниковканы эвакуациялауҙары тураһында ялған аудиохәбәр таратыусыларҙы эҙләйҙәр.
Мәғлүм булыуынса, 25 ғинуарҙа “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводында газ тултырыла торған ике һауыт шартлап, янғын сыҡҡан. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндерелде, уның таралыу хәүефе юҡ. Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, эвакуация өсөн нигеҙ юҡ, эргәләге биҫтәләргә хәүеф янамай, тип белдерҙе.
Ялған хәбәр таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған, 700 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары һәм өс йылға иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Әйткәндәй, былтыр ноябрҙә көс органдарының махсус подразделениелары Өфө моргы тураһында ялған хәбәр урынлаштырған аноним телеграм-канал авторын бер нисә сәғәт эсендә тапҡайны.
Фото: youtube.com
Читайте нас