Бөгөн республиканың транспорт һәм юл хужалығы өлкәһендәге 2020 йылда башҡарылған эштәргә бағышланған брифингта журналистар Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевтың сығышын ғына тыңлап ҡалманы, шулай уҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.
Мәҫәлән, Өфөлә трамвай-троллейбус транспортын үҫтереүгә ҡағылышлы һорау ҙа бирелде. Мәғлүм булыуынса, быйыл беренсе кварталда Өфө трамвай-троллейбус заводы етештергән ун яңы троллейбус файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Был транспорт контрактта күрһәтелгән ваҡыттан һуңлап килә. Мәғлүм булыуынса, былтыр октябрҙә уҙғарылған сауҙа шарттарына ярашлы, бөтәһе 189,8 миллион һумға торошло техника заказсыға 2020 йылдың 15 декабренә тиклем тапшырылырға тейеш булған. Тик производствола эпидемиологик хәл килеп тыуыуға бәйле контракттың ваҡыты күсерелгән.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдереүенсә, Өфөгә киләсәк яңы троллейбустарҙың техник үҙенсәлеге шунда – көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуғанда яңы техника автономлы рәүештә бер нисә саҡрымды үтә ала, атап әйткәндә, улар троллейбус һәм электробус гибриды буласаҡ. Йәғни Өфө трамвай-троллейбус заводы етештергән “Горожанин” троллейбус-электробус аккумулятор ярҙамында 30 саҡрым үтә ала.