Йәмғиәт
28 Ғинуар 2021, 12:30

"Һауығыуға план тип ҡабул иттем"

Бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға беҙ күмәкләп тотонорға бурыслыбыҙ

Римма ҮТӘШЕВА, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты:
– Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ҙур иғтибар менән тыңланым, уны республикабыҙҙы ауыр сирҙән һуң һауыҡтырыуға план билдәләү тип ҡабул иттем. Радий Фәрит улы: “Мин пандемия тураһында оҙаҡ һөйләмәйәсәкмен”, тине. Был дөрөҫ тә: барыбер төп маҡсат һауығыуға ҡайтап ҡала. Быйылғы йыл Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип билдәләнде бит. Республика етәксеһе һаулыҡ өлкәһендә эшләгән табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының айырым ролен билдәләп үтте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республикала ике ғәйәт ҙур инфекцион госпиталь төҙөп ҡуйҙыҡ, төрлө профилле табиптарҙы ошо ҡурҡыныс сирҙе дауаларға әҙерләнек, башҡа медицина учреждениеларын тиҙ генә ковид госпитале итеп үҙгәртә алдыҡ. Һауыҡтырыу тигәнем медицина өлкәһенә генә түгел, ә иҡтисадҡа ла ҡағыла һәм был турала Радий Фәрит улы аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы. Предприятиелар үҙ эшен йәнләндерергә тейеш һәм шунһыҙ бер нисек тә булмаясаҡ.
Ауыл хужалығы тураһында айырым һөйләргә мөмкин, сөнки республикабыҙ халҡының 40 проценты ауылдарҙа йәшәй. Етәксебеҙ балалар темаһына ла ҙур иғтибар бирҙе. Ысынлап та, балалар сәләмәтлегенә, уларҙың туҡланыуына, яңы мәктәптәр төҙөүгә иғтибар кәмемәҫкә тейеш. Бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға беҙ күмәкләп тотонорға бурыслыбыҙ, ә бының өсөн лидерыбыҙ тирәһендә тығыҙ сафтар булып тупланыу талап ителә.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас