Йәмғиәт
27 Ғинуар 2021, 19:40

Балаларға шатлыҡ бүләк иттеләр

Арина Рөстәм Марат улы ҡулынан планшет алды, ә биш йәшлек Дима сәғәтле булды. Бәләкәс Рауил сноуборд алып шатланды. Тимур Хәкимов Руслан исемле малайға джип бүләк итте, ул шунда уҡ “транспорт”ҡа ултырып та алды...

“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә баш ҡаланың “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында сираттағы тантана уҙғарылды.
Балалар өсөн тылсымсы ролендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов, Республика клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы Светлана Кәримова, Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак, “Дәүләт власы органдарында коррупцияға ҡаршы көрәш” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Илья Яҡупов ғаиләһе менән сығыш яһаны.
Байрамды йәш артистар сағыу сығыштары менән биҙәне.
“Барлыҡ балалар ҙа мөғжизәгә ышана. Һәр бәләкәстең күптән хыялланған бүләген алыуы, яуап итеп балаларҙың ҡыуаныслы хис-тойғоларын күреү - беҙҙең өсөн бик мөһим. Тап ошоноң өсөн генә лә әлеге йүнәлештә эште дауам итеү фарыз”, - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Арина Карташова Рөстәм Марат улы ҡулынан планшет алды, ә биш йәшлек Дима сәғәтле булды. Бәләкәс Рауил сноуборд алып шатланды. Тимур Хәкимов Руслан исемле малайға джип бүләк итте, ул шунда уҡ “транспорт”ҡа ултырып та алды. Өфөнән һигеҙ йәшлек Эвелина яратҡан йәнһүрәте буйынса лего хаҡында хыялланған – бөгөн уның да теләге тормошҡа ашты. Якуповтар балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн бәләкәс ҡыҙҙары Софья менән бергә индерҙе.
”Ҡыҙыбыҙ ғаиләбеҙҙең “Теләктәр шыршыһы“ акцияһында ҡатнашырға ниәтләгәнде белгәс, беҙгә ҡушылды, йыйған аҡсаларын өҫтәне”, - тине Илья Яҡупов.
Кира исемле ҡыҙ һәм уның ата-әсәһе Светлана Кәримованың бүләгенә айырыуса шатланды: ҡыҙ, баҡһаң, көсөк һораған икән. Был хыял да бөгөн ысынбарлыҡҡа әүерелде.
“Ошондай шатлыҡ йәштәрен, ихлас ҡыуанысты күрһәң, артабан алға ынтылаһы, балаларға ярҙам итке килә. Кираның күҙе насар күрә, ул – инвалид. Мин уның көсөк тураһындағы хыялын ишеткәс, был мотлаҡ тормошҡа ашырға тейеш, тип иҫәпләнем һәм шулай булды ла”, - ти Светлана Кәримова.
Балалар һәм ата-әсәләр хыялдарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биргәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Мәғлүм булыуынса, “Теләктәр шыршыһы” “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында ҡуйылған. Ғаризалар былтыр 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Акция сайтына Башҡортостандан 556 теләк-ғариза килгән. Әлеге көндә республикалағы 400-ҙән ашыу бала хыялланған бүләктәрен алған. Сара ағымдағы йылдың февраль аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас