Йәмғиәт
28 Ғинуар 2021, 15:30

Барыһына ла уртаҡ ҡараш

Гөлшат Ибраһимова: "Бер генә йылы һүҙҙән дә, саҡ ҡына маҡтауҙан да иңдәрҙә ҡанат үҫкәндәй"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
“Әсә йөрәге” әсәйҙәр Советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова билдәләүенсә, республикабыҙ етәксеһенең халыҡҡа күтәренке кәйеф таратыуы, оптимистик рухта булыуы һәр йәһәттән дә отошло. Уны тыңлағандан һуң киләсәккә ышаныс бермә-бер артты. Республика Башлығы эшләгән һәр кешене күрә белә, үҙ сиратында, заман батырҙарын лайыҡлы баһаланы. Әйткәндәй, еткерелгән бер генә йылы һүҙҙән дә, саҡ ҡына маҡтауҙан да иңдәрҙә ҡанат үҫкәндәй тоябыҙ.
– Радий Фәрит улы сығыш яһағанда тағы ла бына нимәгә иғтибар иттем – мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе бер ниндәй ҙә айырыу һиҙелмәне, – тине Гөлшат Әхәт ҡыҙы. – Уйлап ҡараһаң, балаларҙың барыһы ла бер иш, һәммәһе лә типә-тиң бит. Барыһын да бер тигеҙ ҡуйыуы күңелдәрҙе йылытты. Дөйөмләштереп әйткәндә, һәр кешегә уртаҡ ҡараш белдерелде. Мөрәжәғәтнамәне мөкиббән китеп тыңланым, ныҡ оҡшаны.
Фото: Гөлшат Ибраһимованың архивынан.
Читайте нас