Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, билдәле публицист, йәмәғәт эшмәкәре Шамил Вәлиев республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһе айҡанлы фекерҙәре менән бүлеште.
"Хәбировтың өсөнсө Мөрәжәғәтнамәһендә 2024 - 2030 йылғы Башҡортостан һүрәтләнә башланы, шуныһы мөһим. Мин ошо киләсәккә боролошто, “янғын командаһы” режимынан республиканы планлаштырыуға күсеүҙе көттөм.
Күләмле эксклюзив мәғлүмәтте хис-тойғоло, ихлас итеп еткереү республика халҡының күпселегенә ҡатмарлы нәмәләрҙе аңлатырға булышлыҡ итә.
Миңә республика Башлығының хаталар тураһында һөйләргә ҡурҡмағаны, шулай уҡ үҙе менән килешкән һәм килешмәгән дә башҡортостанлылар өсөн яуап биргән етәксе булып ҡалғаны оҡшай. Был – тәнҡит менән дөрөҫ эшләргә ярҙам иткән көслө позиция. Кешеләрҙең үҙҙәре ышанған, тағы ла яҡшыртырға өмөт иткән нәмәләрҙе һәм кешеләрҙе генә тәнҡитләүе билдәле бит.
Иң мөһим тойғо – ул республиканы уның талантлы, егәрле халҡы йәшәрлек лайыҡлы урынға әйләндереүгә хәбировса ныҡышмалы инанғанлыҡ һәм ниәт, – ти Ш. Вәлиев.