Йәмғиәт
28 Ғинуар 2021, 17:15

“Етешһеҙлектәрҙе таныу – көслө кешеләргә хас сифат”

Маҡсаттар һәм бурыстар күптән билдәле, улар бер ҡасан да үҙгәрмәй – Башҡортостан халҡының йәшәйешен яҡшыртыу.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, РФ Коммунистар партияһы вәкиле Вадим Старов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекере менән уртаҡлашты:
"Радий Хәбировтың тормошҡа ашырылған идеялар, һөҙөмтәләр тураһында ғына түгел, ә билдәле сәбәптәр арҡаһында, ғәмәлгә ашмай ҡалған мәсьәләләрҙе лә күтәреүе оҡшаны. Улар ағымдағы йылда күҙ уңынан ысҡындырылмаясаҡ. Барыһын да борсоған Өфөләге юл, йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең самаһыҙ булыуы һәм башҡа ҡайһы бер хаталар танылды, тимәк ниндәй мәсьәләгә күберәк иғтибар бирергә, ресурстар йәлеп итергә, хәлде нисек үҙгәртергә икәнлегенә һығымта яһалды.
Беҙ шулай уҡ, республиканың алдағы йылдарға стратегик йүнәлешен ишеттек. Маҡсаттар һәм бурыстар күптән билдәле, улар бер ҡасан да үҙгәрмәй – Башҡортостан халҡының йәшәйешен яҡшыртыу. Ә стратегия – ошо маҡсатҡа өлгәшеү юлдары. Беҙ яңы бурыстар һәм республика Хөкүмәтенең уны нисек тормошҡа ашырасағы тураһында ишеттек”, - тине ул.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас