Йәмғиәт
28 Ғинуар 2021, 15:10

Өфө лә, тотош республика ла үҫешәсәк

Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлекте лә телгә алды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлекте лә телгә алды.
“Беҙ Өфөнө етди үҙгәртәбеҙ. Урамдарҙы һәм майҙандарҙы, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү буйынса пландар ҙур. Ҡаланың бер генә районы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Яңыртылған яр буйы баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урынына әүерелһен өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Уның әйтеүенсә, яҡын арала баш ҡалала Рус драма театрын, Ҡурсаҡ театрын һәм Өфө циркын реконструкциялау күҙаллана. Планда – Спорт көрәше, Волейбол, Спорт гимнастикаһы, Техник спорт төрҙәре үҙәктәрен, ишеү слаломы комплексын һәм универсаль футбол стадионын төҙөү.
“Беҙ ҡаланы биҙәй, йәмләй беләбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Быны күп тапҡыр иҫбатланыҡ. Былтыр “Бейеүсе торналар” фонтаны эргәһендәге майҙансыҡты, “Тулҡын” скверын, “Имәнкәйҙәр” һәм “Беренсе май” парктарын төҙөкләндерҙек. “Арт-Квадрат” кеүек башҡа күркәм ял зоналары ла барлыҡҡа килде. “Ҡашҡаҙан” паркын да тейешенсә үҙгәртеп ҡорасаҡбыҙ”.
Әйткәндәй, иғтибар баш ҡалаға ғына түгел, бөтә республикаға биреләсәк. “Мәҫәлән, Урал аръяғын үҫтереүҙең өр-яңы стратегияһы төҙөлә башланы. Киләсәктә “Сибай – Сара” тимер юлын һалыу күҙаллана.
Сибайҙа электр ярҙамсы станцияһы сафҡа индерелә. Йәнә 25 социаль объект – мәктәптәр, балалар баҡсалары, ФАП-тар, Аҡъяр ауылында бассейн, Баймаҡта Боҙ аренаһы һәм башҡалар барлыҡҡа киләсәк. Мартта Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм аҡ цемент сығарыу заводы асыла”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: bioform.ru
Читайте нас