Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республикала коронавирусҡа ҡаршы көрәштә һынылыш булыуы тураһындағы фекер яңғырауын билдәләне.
– Минеңсә, Башҡортостан Башлығы бөгөн күптәр байтаҡтан уйлаған, әммә туранан-тура әйтә алмаған фекерҙе ҡыйыу белдерҙе, – тине ул. – Тиҙҙән беҙ ғәҙәти тормош алып барырға ҡамасаулаған сирҙе ысынлап та еңеп сығып, пандемияны ҡот осҡос төш кеүек кенә хәтерләрбеҙ. Хәлдә һынылыш булыуын, тулы еңеүгә тиклем бер аҙ ғына ҡалыуын күптәр тоялыр. Республикабыҙҙа ыңғай үҙгәреш тотош ил менән сағыштырғанда алдараҡ һиҙелә башланы. Әлбиттә, ул беҙгә бик ҙур тырышлыҡ менән бирелде. Пандемия беҙҙең өсөн дә эҙһеҙ үтмәне. Юғалтыуҙар булды. Улар үҙҙәре хаҡында әленән-әле мотлаҡ иҫкәртеп торор. Шулай ҙа ваҡытында һәм дөрөҫ күрелгән саралар һөҙөмтәһендә республикалағы хәл башҡа күпселек төбәктәрҙәге менән сағыштырғанда бигүк көсөргәнешле булманы. Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәлә пандемияның кире эҙемтәләрен еңеп сығыуға ябай граждандарҙың тос өлөш индереүен, ябай булмаған шарттарҙа халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе телгә алыуы оҡшаны. Айырыуса ҙур хеҙмәт күрһәткән табиптарҙың, педагогтарҙың, ирекмәндәрҙең, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт хеҙмәткәрҙәренең исемдәре яңғыраны. Әлбиттә, был исемдәр артында башҡа меңдәрсә кеше тора, уларҙың барыһын да сығыш барышында һанап сығыу мөмкин түгел. Йәмғиәт был кешеләргә сикһеҙ рәхмәтле булырға тейеш. Шуны өҫтәп әйтке килә: күп кенә депутаттарыбыҙ ҙа ирекмән ролен башҡарҙы, ҡайһы берҙәре ошо эште әле лә дауам итә. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда беҙҙә хәлдең яҡшырыуы эш әүҙемлеген түбәнәйтеү, һүлпәнлек өсөн сәбәп түгел. Һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәлдә юғалтыуҙарҙы кәметеү генә түгел, уларҙы мөмкин тиклем тулыландырыу мөһим. Һәм ошо фекер Мөрәжәғәтнамәнең төп лейтмотивтарының береһе булды.
– Йылылыҡ өсөн хаҡты арттырыуға, Өфөгә ингән ерҙә юл айырсаһын ремонтлауға ла ҡағылды ул. Бөгөн Радий Хәбировтың Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге мөһим юл айырсаһын реконструкциялау арҡаһында тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн республика халҡы алдында асыҡтан-асыҡ ғәфү үтенеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Был – яуаплылыҡты башҡаларҙың иңенә һалмайынса, йәмғиәттә билдәле бер көсөргәнеш тыуҙырыуын белгән осраҡта ла төбәк үҫеше өсөн бик кәрәкле, тормошсан мөһим ҡарар ҡабул иткән ысын етәксенең аҙымы. Башҡа варианттар ысынлап та юҡ ине. Юл айырсаһын ремонтларға кәрәк. Беҙ был эште баһаларбыҙ һәм реконструкция тамамланғас, республика Башлығына рәхмәт әйтербеҙ әле, тип ышанам.