Йәмғиәт
28 Ғинуар 2021, 16:15

Радий Хәбиров: “Беҙ – тырыштар. Хыялдарҙы тормошҡа ашырырбыҙ”

Башҡортостан 20 миллиард һумды үлемгә ҡаршы көрәшкә йүнәлтә. Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә ошо турала белдерҙе.

Башҡортостан 20 миллиард һумды үлемгә ҡаршы көрәшкә йүнәлтә. Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә ошо турала белдерҙе.
“Беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе – ул кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы. Шуға күрә 2021 йылды беҙ Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан иттек. Беҙҙең бурыс – үлем осраҡтарын байтаҡҡа кәметеү”, – тине республика етәксеһе.
Ул шулай уҡ төбәктә дөйөм диспансерлаштырыуҙың яңыртылыуы, ковидты иҫкәртеү һәм дауалау йәһәтенән иң яҡшы практикаларҙың киңәйтелеүе тураһында һөйләне. Республикала ауырып һауыҡҡандарҙы реабилитациялау программаһы ғәмәлгә индерелә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, өлкәндәрҙең һаулығын нығытыуға, ғүмерҙе оҙайтыу өсөн шарттар тыуҙырыуға айырым иғтибар биреләсәк.
Ошоға бәйле Башҡортостанда хоспис, кардиология үҙәгенең хирургия корпусы төҙөлөшө дауам итә, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген һала башлау планлаштырыла.
“Киләһе йыл һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын, айырыуса ауылдағыһын, яңыртыу программаһын башлайбыҙ. Үлем осраҡтарын кәметеүгә, медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген арттырыуға 20 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтәбеҙ. Кешеләрҙең янғында, юл фажиғәләрендә, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәләк булыуына кәртә ҡуйыу буйынса эште көсәйтәсәкбеҙ”, – тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.
Мөрәжәғәтнамәлә ул инаныуҙары һәм ҡараштары төрлө булған республика халҡына уртаҡ юлды табырға саҡырҙы.
“Мин, республика Башлығы булараҡ, төбәктә йәшәгәндәрҙең бөтәһе өсөн дә – тәжрибәле өлкәндәр, йәштәр, тормошҡа ҡарашы, инаныуҙары төрлө булғандар, шул иҫәптән беҙҙе ғәҙел тәнҡитләгәндәр өсөн дә яуап бирәм. Шулай ҙа, дуҫтар, беҙ уртаҡ юлды, бер-беребеҙгә ихтирам менән, маҡсатҡа өлгәшеүҙә ихтыяр һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, берҙәмлегебеҙҙе туплап, аҡыллы һәм лайыҡлы итеп үтербеҙ, тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров.
Ул һүҙҙәрен халыҡ мәҡәле менән нығытып ҡуйҙы. “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ. Беҙ – тырыштар. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар тыумаһын, беҙ барыһын да булдырабыҙ. Хыялдарҙы тормошҡа ашырырбыҙ. Алға, Башҡортостан!” – тип һүҙен йомғаҡланы республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас