Бөгөн Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаған саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлдең макетын күрһәтте. Билдәле булыуынса, уның буйынса республикала конкурс иғлан ителгәйне. 19 проект тәҡдим ителде. Уларҙың экспозицияһы Конгресс-холда ҡуйылды. Бында 500-ҙән ашыу кеше килде һәм һәр бер эшкә ун баллыҡ система буйынса баһа бирҙе. Һәм бына бөгөн мөһим конкурстың һөҙөмтәләре билдәләнде.
Еңеүсе макет авторы булып скульптор Салауат Щербаков менән архитектор Константин Донгузов табылды. Уларҙың буласаҡ һәйкәл проектында генерал Шайморатов үҙе генә түгел, ә легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ла сағылыш тапҡан.
– Әлеге ваҡытта Өфөлә Совет майҙанын төҙөкләндереү бара. Уны бына ошо халыҡ геройы һәйкәле биҙәйәсәк. Монументтың проектын халыҡ үҙе һайланы. Дөйөм алғанда, конкурс юғары кимәлдә үтте, бик күп лайыҡлы эштәр тәҡдим ителде. Һәйкәлде урынлаштырғас, эш туҡтап ҡалмаясаҡ, дауам итәсәк. Был - һәйкәлде күрһәтеү, уның тирәләй туристар өсөн экскурсиялар үткәреү. Эштәр тамамланғас, Совет майҙаны тарихи урынға әйләнәсәк, был беҙҙең үҙебеҙҙең “Ҡыҙыл майҙан” буласаҡ. Ә эштәрен тәҡдим иткән башҡа авторҙарҙың тырышлығы ла бушҡа китмәйәсәк, уларға награда ҡаралған, - тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан халҡы ил Президентының легендар генерал-майор, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүенә бик ҡыуанды.