Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнәмә менән сығыш яһауына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла үҙ фекерен еткерҙе.
Эльвира Ринат ҡыҙы бөгөнгө Мөрәжәғәтнәмә асылының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының девизына, атап әйткәндә, “бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ” тигән һүҙҙәргә тап килеүен билдәләне.
“Радий Фәрит улы берҙәмлек хаҡында бик күп фекер әйтте. Маҡсаттарыбыҙ юғары, уларҙы бойомға ашырыу өсөн берҙәмлек кәрәк”, - тине ул.
Эльвира Айытҡолованың иғтибарынан Башлыҡтың былтырғы йылға йомғаҡ яһауы ла ситтә ҡалмаған:
“Пандемия шарттарына ҡарамаҫтан, Башҡортостан үҫеүен дауам итә, уның уңыштары һәр беребеҙгә лә бәйле. Беҙ Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын ҡабул иткәйнек, Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнәмәлә әйткән һүҙҙәре лә ошо стратегия эстәлегенә тура килә”.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе фекеренсә, ҡыйынлыҡтарға, хәл ителмәгән мәсьәләләргә иммунитет ныҡ булырға тейеш, ә бының өсөн берҙәмлек мөһим.