Мәғлүм булыуынса, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ошо айҡанлы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы Зөлфиә Ғайсина түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Миңә, республикала йәшәгән ҡәҙимге граждан һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса Советтың яуаплы секретаре булараҡ, Башҡортостандағы тотороҡлолоҡто һәм муллыҡты арттырыуҙа, граждандарҙың йәшәү сифатын күтәреүҙә власть органдарының ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтеүен ишетеү һәм күреү мөһим.
Пандемияға бәйле ҡатмарлы осор кисереүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең республика төрлө йүнәлештәге тармаҡтар буйынса күрһәткестәрен яҡшыртыуға өлгәшкән.
Әлеге ваҡытта беҙ сәнәғәт тармағында үҫеш күҙәтәбеҙ. Ауыл хужалығындағы уңыштар, ҙур фәнни үҙәк төҙөү, торлаҡ төҙөлөшөндә сафҡа индерелгән квадрат метрҙарҙың артыуы, күләмле ивестицияларҙың йәлеп ителеүе, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан, яңы эш урындары булдырылыуы – быларҙың һәммәһе лә йәшәйешебеҙҙең сифатын билдәләй.
Мөрәжәғәттең төп йүнәлеше булып, ғәҙәттәгесә, етәксенең республика халҡына еткерәһе уй-маҡсаттары, әйтәһе һүҙҙәре торҙо.
Был – беҙҙең төбәктәге һәр вазифалы кеше өсөн өлгө, уларҙың һәр саҡ ябай кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә булыуы фарыз.
Радий Фәрит улы бер нисә ҡабат һыҙыҡ өҫтөнә алды: Башҡортостанда булған һәр хәл-ваҡиға өсөн ул яуаплы, тимәк, төрлө кимәлдәге вәкәләт бирелгән власть вәкилдәре лә тап ошондай ҡараштан сығып эшләргә, иңенә һалынған бурысты үтәргә тейеш.
Дөйөм алғанда, 2020 йылдың һөҙөмтәләре яҡшы, ике йыл эсендә төрлө яҡлы бихисап маҡсаттар тормошҡа ашырылған. Алға ҡуйылған бурыстар ҙа күп һәм уларҙы беҙ бергә, күмәкләп хәл итергә тейеш, – тип белдерҙе Зөлфиә Ғайсина.
Фото геройҙың шәхси архивынан.