Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 10:33

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырлыҡ ҡатын

Зөһрә йондоҙолай балҡып йәшәй.

Красноусол ауылында йәшәгән өс бала әсәһе Зөһрә Хәлимова – тәү ҡарауға баҫалҡы кеүек күренгән, әммә эшсәнлеге, саялығы менән айырылып торған ҡатын.
Ғафури районының Ҡурғашлы ауылында Шәрифә Ишбулды ҡыҙы менән Илгиз Сәйфетдин улы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Ике ағаһы, апаһы араһында иркәләнеп кенә үҫкәндер был ҡыҙ бала, тип уйлаусылар яңылыша...
Юғалып ҡалмаған


Зөһрәгә йәш ярым булғанда атаһы мәрхүм була, шуға ла уға бә­лә­кәйҙән ауыл тормошоноң барлыҡ ауырлыҡтарын күреп, эштә сынығып үҫергә тура килә. Ҡатын-ҡыҙ, ир-ат эше тип тормай, барыһын да емертеп башҡара. Бесән сабыу, утын бы­сып ярыу кеүек шөғөлдәрҙән дә тартынып тормай, барыһына ла тотона.
Техникаға тартылыуы, “тимер ат”ты ла еңел генә ауыҙлыҡлауы – уның саялығына ишара. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ул әүҙемлеге менән айырылып тора, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, спорт ярыштарында ҡатнаша. Йыр-моң яратҡан ҡыҙ сәхнәләрҙә өҙҙөрә баҫып бейей ҙә, ҡумыҙҙа ла уйнай.
Мәктәптән һуң ул яҙмышын төҙөлөш менән бәйләргә ҡарар итә. Башта штукатур-маляр һөнә­рен үҙләштерә, артабан төҙөлөш ойошмаһы йүнәлтмәһе буйынса Өфөлә ситтән тороп төҙөлөш техникумын тамамлай. Аҙаҡ районға ҡайтып “Ғафуристрой” ойошма­һында эш башлай һәм штукатур-малярҙан директорға тиклем хеҙмәт юлы үтә.
– Ул саҡта төҙөлөштә эшләүсе­ләргә бушлай фатир биреү ғәмәле бар ине, шуға күрә, ауыр булһа ла, ошо тармаҡты һайланым, – ти Зөһрә Илгиз ҡыҙы.
Эшкә уңған, кеше менән ихлас аралашҡан, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеү һәләтенә эйә ҡа­тынды мастер итеп тәғә­йенләйҙәр. Райондағы бик күп йорттар, социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөшөнә уның әсе тире тамған, күңел йылыһы һалынған. Үҙ маҡсатына ынтылыусан, башлаған эшен еренә еткереп башҡарып сығырға күнеккән уңған ҡатынды коллегалары ла, етәкселек тә ихтирам итә.
Зөһрә Хәлимова ауыр саҡтарҙы хәтергә төшөрөргә яратмай, тормошоноң күңелле мәлдәрен генә иҫкә ала. Юлында һәр саҡ изге күңелле кешеләр осрауына һөйөнөп бөтә алмай.
Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ра­йонда төрлө сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш ойошмалары тарҡал­ған­дан һуң, ул үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм уңышлы ғына башлап алып китә. Тормош булғас, төрлөһө була, эшмәкәрлеге көйлө генә барған мәлдә юлына кәртә ҡуйыусылар ҙа, тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар ҙа осрай.
– Районда элекке етәкселәрҙең береһе урындағы төҙөүселәргә эш бирмәй йонсотто, үҙе сит ҡалала эшләп килгәнлектән, шундағы төҙөлөш ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итте. Бөгөн, Аллаға шөкөр, үҙ төбәгем мәнфәғәтендә хеҙмәт итәм, – ти Зөһрә Хәлимова һәм район хакимиәтенә үҙенә ышаныс белдергәндәре өсөн ихлас күңелдән рәхмәт уҡый.
Холоҡ-фиғеленә тоғро


Һынылыш йылдарында магазин асып, аҙыҡ-түлек менән сауҙа итә, ғаиләһен ҡарай. Еңеллек эҙләп, ситкә сығып китмәй, саялығына, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырлыҡ холоҡ-фиғеленә тоғро ҡала.
Ғаиләһенә килгәндә иһә, ул – өс бала әсәһе. Оло улы Артур Өфө ҡалаһында йәшәй, аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар. Әсәһенең юлын дауам итеүсе булараҡ, төҙөлөш эштәре алып бара, үҙенең магазиндар селтәре бар.
Ҡыҙы Зөлфиә Иҫке Балтас ауылында донъя көтә, тормош иптәше менән ике ул үҫтерә. Ул да эш­ҡы­уарлыҡ тармағында үҙ юлын тапҡан.

Артур менән Зөлфиәнең икеһе­нә лә юғары белем алырға, уларҙы башлы-күҙле итергә ныҡлы ярҙам итә Зөһрә ханым. Кесе улы Радмир Красноусол башҡорт гимназия-интернатының VII класында уҡып йөрөй.
Зөһрә Илгиз ҡыҙы хаҡында һүҙ йөрөткәндә уның тағы ла бер матур сифаты хаҡында әйтмәй булмай. Тау-урмандар араһында урын­лашҡан ауылда тыуып үҫкәнгәме, ул тәбиғәттең матур күренештәрен ярата, илаһилыҡҡа һоҡланып йәшәй һәм күңел кисерештәрен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә – үҙе өсөн генә шиғырҙар ижад итә. Мәле еткәс, бәлки, ҡасан да булһа уның ижад емештәрен беҙгә лә татырға тура килер әле.
Бушыраҡ ваҡыты булһа, китап уҡырға яратҡан Зөһрә Хәлимова халҡыбыҙҙың тарихы, үҙ нәҫел ебе, атай-олатайҙарының үткәне менән дә ҡыҙыҡһына. Уның ике олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала.
Эҙәрмәндәрҙең ярҙамы менән 1943 йылда Орел өлкәһендә хәбәрһеҙ юғалған атаһы яғынан олатаһы Сәйфетдин Хөсәйеновтың ҡәбере бынан ике йыл элек табылып, һөйәктәре Ишембай райо­нының Маҡар ауылы зыяратына алып ҡайтып ерләнә.
Әсәһе яғынан олатаһы Лоҡман Насиров 1941 йылда Ташбүкән ауылынан һуғышҡа китә һәм шул йылда хәбәрһеҙ юғала. Һуғыш тамам­ланыуға 75 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның да табылырына өмөт менән йәшәй Зөһрә Хәлимова.
Бына ошондай яҙмышлы ханым – хеҙмәттән йәм, ғәм табып йә­шәгән, матурлыҡҡа һоҡланып, үҙ ҡулдары менән ошо гүзәллекте булдырып, һәр йәмғиәттә лә, һәр илдә лә ҙур ихтыяж менән файҙаланған төҙөүсе һөнәренә эйә булған Зөһрә Илгиз ҡыҙы күркәм юбилейын ҡаршыларға йыйына.
Тирә-яҡтағыларға нур бөркөп, күктәге Зөһрә йондоҙолай балҡып, башҡаларға юл күрһәтеп, хеҙмә­тегеҙ емештәрен татып, күҙ ҡара­һылай үҫтергән балаларығыҙҙың игелек­тәрен күреп йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, Зөһрә ханым!


Ғафури районы.
Читайте нас