31 ғинуарҙа Өфөлә бихисап мәҙәни-спорт саралары уҙасаҡ, уларҙа бушлай ҡатнашыу йә иһә ташламаға эйә булыу мөмкинлеге бар.
Атап әйткәндә, Өфөлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар баш ҡаланың Тарих музейына, В. И. Лениндың йорт-музейына, Өфө ҡала планетарийына, шулай уҡ Йәш тамашасылар театрында үтәсәк спектаклгә бушлай бара ала.
Студенттар студент билетын күрһәткән осраҡта Республика Хәрби дан, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейҙарына һәм Башҡортостандың Милли музейына бушлай инә ала.
Был көндө шулай уҡ боҙ майҙансыҡтары ла бушлай эшләй. Мәҫәлән, И. Якутов исемендәге парктағы катокка инеү бушлай булһа, конькиҙы ҡуртымға алыуға 50 процент ташлама буласаҡ.
Ҡаланың үҫмерҙәр клубтарында 11.00 – 16.00 сәғәттәрҙә төрлө йүнәлештәге саралар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, концерттар һәм эстафеталар уҙғарыласаҡ. Инеү бушлай.
“Өфө-Арена”ла йәкшәмбе йәштәр өсөн шәп сара – "Йәшлек FEST” ҙур рэп-фестивале үтәсәк. Сараға инеү 13.00 сәғәттән башлана.
Бынан тыш, 31 ғинуарҙа сәғәт 12-нән 17-гә тиклем Рус дәүләт драма театры алдындағы майҙанда ҙур концерт үтәсәк. Киң мәғлүмәт сараларының концерттың ойоштороусыһы тураһындағы һорауына Өфө ҡалаһы хакимиәте, күптән әҙерләнгән концерт шәхси граждандар тарафынан ойошторола, тип яуап бирҙе. Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы артистары ҡатнашлығындағы күмәк сараны коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле иғлан ителгән юғары әҙерлек режимының йомшартылыуы сәбәпле уҙғарырға мөмкин буласаҡ.