Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 11:00
Конкурста ҡатнашырға саҡыралар
“Ғаиләм тарихы – архив документтарында” тигән ғилми-тикшеренеү эштәренең IV асыҡ республика генеалогия конкурсы иғлан ителде.
Башҡортостан Республикаһының Милли архивы республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы менән берлектә “Ғаиләм тарихы – архив документтарында” тигән ғилми-тикшеренеү эштәренең IV асыҡ республика генеалогия конкурсын иғлан итте. Ул Бөтә Рәсәй иҫәп алыуға арналған.
Конкурс 25 ғинуарҙан 1 апрелгә тиклем түбәндәге йәш категориялары буйынса үткәрелә:
Белем биреү ойошмаларының 8-11-се кластары уҡыусылары менән колледждар студенттары;
Юғары уҡыу йорттары студенттары һәм 30 йәшкә тиклемгеләр.
Ижади бәйге түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:
“Бәләкәй тыуған яғымдың тарихы халыҡ иҫәбен алыу документтарында;
“Ғаилә архивы: шәжәрәләргә асҡыс”;
“Яҡташым – билдәле шәхес”.
Ғилми-тикшеренеү эштәре 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Ғаризаларҙы һәм тикшеренеү эштәрен ебәреү өсөн электрон адрес:
urakaeva.aa@bashkortostan.ru
https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/333193/
һылтанмаһы буйынса инеп, конкурс положениеһы менән танышырға мөмкин. Ата-бабаларыбыҙҙы, үткәндәребеҙҙе, шәжәрәбеҙҙе белеү аша тыуған яғыбыҙ, илебеҙ тарихын асыу мөмкинлеге хаҡында онотмайыҡ.
Фото: БР Милли архивы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"