Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 10:35

Тәүәккәлләп яңылышмай

Ябай эшсенән билдәле эшҡыуарға тиклем үҫә.

Ябай ғына ауыл ҡатыны, эшсе һөнәр эйәһе районда билдәле һәм хөрмәткә ҡаҙанған эшҡыуар булып киткәнен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Тырышлыҡ, теләк, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмау, хеҙмәт һөйөүсәнлек кеүек сифаттар бар икән, был бик тә мөмкин. Бөгөнгө геройыбыҙ – тап шундай көслө гүзәл зат вәкиле.


Зилә Хәмитова Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Әбдрәшит Абдулла улы менән әсәһе Сәрбиямал Сәлмән ҡыҙы ете балаға ғүмер бүләк иткән, уларҙың һәр береһенә яҡшы тәрбиә биреп, хеҙмәт яратыусан итеп үҫтергән.


Бәләкәйҙән тырыш Зилә тәүҙә интернатта уҡый, аҙаҡ Күмертауҙа училищеға инеп, эшсе һөнәре алып сыға. Ул ваҡыттағы күптәр кеүек заводҡа эшкә урынлаша. Заманындағы данлыҡлы “Искра” заводында гүзәл заттарға бик хас булмаған һөнәр буйынса электромонтажсы булып хеҙмәтен башлай.


Әлбиттә, был тотороҡло эш урыны, ваҡытында килеп торған хеҙмәт хаҡы вәғәҙәләй. Тик Зилә Әбдрәшит ҡыҙының күңеле иреклелек, графикка бәйле булмау, ғөмүмән, үҙ эшең менән шөғөлләнеүҙе талап итә. Бер мәл ул тәүәккәлләй һәм, заводтағы эшен ҡалдырып, эшҡыуарлыҡҡа тотона. Шулай егерме йыл элек ул өр-яңынан тормош башлай. Уңырмынмы-туңырмынмы тип күп уйлаһа ла, ҡыйыу ҡатын яңылышмай.


Үҙ эшеңде башлауҙың еңел булмауын бөтәһе лә яҡшы белә. Яуаплылыҡ ҙур, эштең нескәлектәре күп. Ләкин Зилә Әбдрәшит ҡыҙы баҙап ҡала торғандарҙан түгел. Ул Күмертау ҡалаһында аҙыҡ-түлек магазины асып ебәрә. Башлап торған мәлдә тауарҙы үҙе ташый, үҙе бухгалтер, үҙе һатҡан саҡтары ла була. Ауыр саҡтар күп булһа ла, бер тотонғас, ташлап ҡуймай. Һөҙөмтәлә бөгөн ул – райондың уңышлы эшҡыуарҙарының береһе.


Зилә Хәмитованың бар башланғыстарына рухландырып, дәртләндереп торған ғаиләһе бар. Тормош иптәше – Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылынан Сулпан Рәхимов менән бөркөттәй ике малайға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырғандар. Ата-әсәһенә оҡшап тырыш Рөстәм менән Илгиз икеһе лә юғары уҡыу йорто тамамлаған. Бөгөн егеттәр – уларҙың ҙур таянысы, һәйбәт урында эшләп йөрөйҙәр. Ғаилә ҡороп, ейәндәр бүләк итеп, ата-әсәһен ҡыуандырғандар. Ире Сулпан иһә егерме йыллап Себерҙә вахта ысулы менән эшләй.


– Кеше менән эшләү, һәр кемдең күңелен күреү, уртаҡ тел табыу еңелдән түгел, әлбиттә. Тик эштең асылы халыҡ менән аралашыуҙа бит. Тырышабыҙ инде. Үҙебеҙҙең даими һатып алыусыларыбыҙ бар, улар беҙгә ышанып килә. Өмөттәрен аҡларға тырышабыҙ, – ти Зилә Хәмитова.


Уңышлы бизнес булдырыу өсөн яныңда ышаныслы кешеләрҙең булыуы мөһим. Зилә Әбдрәшит ҡыҙы: “Бухгалтерым Вера Михайловнанан уңдым”, – ти. Ҡатын-ҡыҙҙар 17 йыл бергә эшләй, бер-береһенә үҙҙәренә ышанған кеүек ышана.


Күңелеңде биреп, яратып эшләгән эшең барҙа, ауырлыҡтарға күҙ йомаһың. Зилә апай ҙа бер нимәгә ҡарамай алға бара. Һатып алыусыларҙың ышанысын аҡлар өсөн тырышып эшләй, һәр саҡ сифатлы һәм яңы тауарҙар менән ҡыуандырып тора. “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлығы ла күптән дауам итә, йыл һайын яҡындарына, туғандарына ла яҙҙыра, телем, илем, тип янып йәшәй.




Күмертау ҡалаһы.
Читайте нас