Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 10:58

Ынйы сәскәһендәй иркәләнеп

Яҙғы бөрөләр тулып япраҡ ярған, ҡояш йылыһы Йыһанды йыуатҡан, күңелдә дәрт уятҡан миҙгелдә донъяға ауаз һалған Әбйәлил районының Үрге Әбдрәш ауылы һылыуы Ынйы Фәрит ҡыҙы Әхмәтова булам мин.

Яҙғы бөрөләр тулып япраҡ ярған, ҡояш йылыһы Йыһанды йыуатҡан, күңелдә дәрт уятҡан миҙгелдә донъяға ауаз һалған Әбйәлил районының Үрге Әбдрәш ауылы һылыуы Ынйы Фәрит ҡыҙы Әхмәтова булам мин.


Хозур тәбиғәтле, алтын, баҡырға бай ерҙә үҫкәнгәме, тәбиғәтте һөйөп, атай-әсәйемә ынйы сәскәһендәй иркә ҡыҙ булып, ҡуйған маҡсатыма ынтылып йәшәргә яратам. Бәләкәйҙән бейергә, бәйләргә, мәрйен теҙергә яраттым. Киләсәктә лә Тыуған илемә ышаныслы кеше, өлгөлө уҡытыусы, тырыш әсә, ярҙамсыл апай-һеңле, тәртипле ҡыҙ булып үҫеү – минең хыялым.


Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙаныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.


Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинация­һын­да билдәләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.
Читайте нас