Был ялдарҙа ташламалар кинотеатрҙарға ғына түгел, бөҙрәханаларға, мунсаларға, сәскә, матурлыҡ салондарына, шиномонтаж оҫтаханаларына, аҙыҡ-түлек магазиндарына ла ҡағыла.
Боҙҙа шыуырға яратҡандар өсөн дә яҡшы яңылыҡ: иртәгә Өфөнөң бар боҙ майҙансыҡтарында ла конькила шыуыу бушлай, ә конькины шыуырға алған хәлдә, уның хаҡы 50 процентҡа төшөрөлә. Ташлама менән ашығыс фото эшләргә мөмкин.
Мәҙәни ял өсөн дә ҡулайлы шарттар: Өфөләге В. И. Лениндың йорт-музейы, Өфө ҡалаһының тарихи музейы, Өфө ҡала планетарийы бушлай эшләй, Йәш тамашасы театрында бушлай спектакль күрһәтеләсәк.