

Өфөлә иртәгә “Студенттар көнө”, “Интернетһыҙ бер көн” саралары сиктәрендә кинотеатрҙар 50 процентҡа тиклем ташлама яһай.
“Родина” кинотеатрында, мәҫәлән, 12.10 сәғәттә “Душа” йәнһүрәтен мәктәп уҡыусылары һәм студенттар осһоҙ хаҡҡа ҡарай ала. Ошо уҡ шарттар менән 13.30 сәғәттә “Огонь” фильмы күрһәтеләсәк. Билет алған мәлдә студент билетын күрһәтеү мөһим.
“Мегаполис” кинотеатрында шарттар башҡасараҡ: көндөң беренсе 100 тамашасыһы 12 сәғәттә башланған бар фильмдарҙы ла 30 процент ташлама менән ҡарай ала.
“Ультра синема”ла төшкө сәғәт ун берҙән алып ун алты сәғәткә тиклем “1+1” акцияһын тәҡдим итәләр: бер фильмға билет алһаң, икенсеһен бушлай ҡарарға мөмкин.
“Кинопростор” кинотеатры студенттарға, пенсионерҙарға, 12 йәшкә тиклемге балаларға, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәм күп балалы ғаиләләргә билеттарҙы 50 процент ташлама менән тәҡдим итә. Ваҡыты: 11 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем. Ташламаға эйә булыу өсөн документ күрһәтеү зарур.
“Киномакс” иһә, 11-16 сәғәттәрҙә бар фильмдарға ла 30 процент ташлама яһай.
"Аквамарин" сауҙа үҙәгендәге “Синема-5”-тә ташламалы хаҡ менән киноларҙы иртәнге сәғәт ундан алып төнгө сәғәт ун бергә тиклем ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. 9 сәғәттән алып 17 сәғәткә тиклем өлкән класс уҡыусылары фильмдарҙы 30 процент ташлама менән ҡарай ала. Улай ғына түгел, бында эсемлектәр һәм попкорн йыйылмаһын 100 һумға һатып алырға мөмкин.
Ә "Меркурий" сауҙа үҙәгендәге “Синема-5” кинотеатры “Зоя” тарихи фильмын тәҡдим итә һәм уның сеанстарына ташламалар яһай: 10.10, 12.25, 16.05 сәғәттәрҙә 4 йәштән алып 11 йәшкә тиклемге балалар өсөн билет хаҡы 170 һум. Пенсионерҙар, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ветерандары өсөн билет 150 һум торасаҡ. Күп балалы ғаиләләр һәм “РЖД” хеҙмәткәрҙәре киноны 30 процент ташлама менән ҡарай ала.
Фото: "Башинформ"