Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡан саҡта кисә ишетелеп ҡалған мәғлүмәт буйынса үҙ фекерен белдерҙе. Унда, имеш властар рөхсәт итмәгән митингтарҙа ҡатнашҡан студенттарҙы уҡыу йорттарынан ҡыуасаҡтар, ә мәктәп уҡыусыларының йыллыҡ баһаларын кәметәсәктәр тигән закон проекты әҙерләнеүе тураһында һүҙ бара ине. Идеяның авторы - Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының береһе.
– Мин быға ҡырҡа ҡаршымын. Бөтөнләй кәрәкмәгән һәм артыҡ башланғыс. Бындай ҡарар ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, белмәйем. Тик мин был турала ишетеп ҡалғас та, үтә асыуландым, – тине Радий Хәбиров. – Был башланғыс мәғәнәһеҙ генә түгел, ә зыянлы ла. Әлбиттә, ул үтмәйәсәк һәм хатта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына ҡарауға ла сығарылмаясаҡ. Беҙ инициаторҙарҙан был процесты туҡтатыуҙы һораясаҡбыҙ. Быны эшләү кәрәкмәй. Беҙ бит мәмерйә быуатында йәшәмәйбеҙ. Кешенең фекере, ҡарашы өсөн ошондай юл менән яза биреү - ярамаған ғәмәл.
Радий Хәбиров белдереүенсә, республика властары йәштәр менән әүҙемерәк эшләргә тейеш.
– Әлбиттә, студент йәки мәктәп уҡыусыһы янына барып: “һин унда барма, беҙ һиңә бының өсөн яза бирәсәкбеҙ” тип әйтеүе еңелерәк. Был мәсьәләне хәл итеүҙең примитив, ҡырағай юлы, – тине Радий Хәбиров. – Иң аҡыллыһы һәм шул уҡ ваҡытта ауыры, уларға нимә эшләргә кәрәк, ә нимә кәрәкмәй икәнлеген аңлатыу. Уның менән аралашырға, бәхәсләшергә кәрәк. Уға: “Әйҙә, бергә хәл итәйек, беҙгә бында йәшәргә, үҫешергә һәм алға табан барырға кәрәк”, тип әйтергә кәрәк. Беҙҙең студенттар бик аҡыллы һәм барыһын да аңлай. Уҡыусыларыбыҙ ҙа шундай – аҡыллы һәм үҫкәндәр. Шуға күрә был мәсьәләлә минең ҡараш аңлайышлы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.