29 ғинуарҙа Профсоюздар йортонда һөҙөмтәле хеҙмәттәре һәм уңыштары өсөн Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һәм ошо өлкәләге әүҙемселәрҙе тантаналы рәүештә ҡотлау сараһы уҙҙы.
Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, парламентта "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, шулай уҡ республиканың хеҙмәт коллективтары вәкилдәре һәм әүҙемселәр ҡатнашты.
Бүләкләү сараның мөһимлеген һәм тантаналылығын арттырып, республиканың Профсоюздар федерацияһы гимны менән асылды. Федерация рәйесе Гүзәл Мирошниченко ҡунаҡтарҙы сәләмләп, профсоюз хеҙмәткәрҙәренең йәмәғәтселек тормошондағы юғары әһәмиәтен билдәләне:
- Профсоюз активы - күп социаль проекттарҙы хуплап күтәреп алыуҙа, республикала социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен юлға һалыуҙа, социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнаусы ҡеүәтле ижади көс. Залда ултырыусылар барлыҡ хеҙмәт кешеләренең яҙмышы өсөн ғорурлыҡ, яуаплылыҡ, хәстәрлек тойғолары кисерә, - тине.
Алдынғы профсоюз әүҙемселәрен ҡунаҡтар - Урал Килсенбаев, Рөстәм Ишмөхәмәтов, Ленара Иванова ҡотланы һәм Профсоюздар рәйесе менән бергә уларға наградалар тапшырҙы.
Иллегә яҡын профсоюз эшмәкәре һәм әүҙемселәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, Рәсәй Профсоюздар федерацияһы исеменән әҙерләнгән Почет Грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.