Йәмғиәт
30 Ғинуар 2021, 14:00

Осрашыуҙан ситтә ҡалмағыҙ

Иртәгә, 31 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы райондары хакимиәт башлыҡтары осрашыуҙар үткәрә һәм ҡала халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк.

Иртәгә, 31 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы райондарының хакимиәт башлыҡтары осрашыуҙар үткәрәсәк һәм ҡала халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк. Йылылыҡ өсөн түләүҙе иҫәпләү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу, подъездарҙы ремонтлау, 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә әҙерлек һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға буласаҡ. Осрашыуҙарҙа муниципалитет, идарасы компаниялар, йылылыҡ менән тәьмин итеүселәр, башҡа белгестәр ҡатнашасаҡ.
Осрашыуҙар һәр районда 12.00 сәғәттә башлана.
  • Дим биҫтәһендә “Орион” ижад һарайында. Һорауҙарҙы алдан хакимиәт башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенә, электрон почтаһына йәки (https://vk.com/ufa.dema?w=wall-146734230_35325) һылтанмаһына ҡалдырырға була;
  • Киров районында халыҡты Сәнғәт училищеһы бинаһында, Пушкин урамы, 103а адресы буйынса көтәләр. (https://vk.com/wall-114809875_30476);
  • Ленин районында осрашыу Профсоюздар йортонда үтәсәк (https://m.vk.com/wall-42935307_44572);
  • Октябрь районында осрашыу “Нур” театрында планлаштырылған (https://vk.com/wall10086479_2501);
  • Орджоникидзе районы – Ҡаланың мәҙәни-ял итеү үҙәгендә йыйыла (https://vk.com/ordjon?w=wall-110509118_27298);
  • Совет районы Комаров исемендәге балалар ижады һарайында ҡабул итәсәк (https://m.vk.com/wall533428847_1396).
  • Бөтөн осрашыуҙар ҙа санитар-эпидимиологик талаптарҙы иҫәпкә алып, ковидҡа ҡаршы көрәш инспекторҙары күҙәтеүе аҫтында үтәсәк. Осрашыуға барғанда битлек һәм бирсәткәләрегеҙҙе онотмағыҙ.
    фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
    Читайте нас