Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2021, 13:00

Шаяртыу...

"Һылыу, бәпесегеҙ төшөп ҡалған бит!"

Илгиз шаян егет, йыш ҡына дуҫ-иштәрен мәрәкәләп алырға ярата. Яҡындары уның был холҡона өйрәнеп бөткән, шуға үпкәләп бармайҙар ине. Ә бына был шаярыуы оҙаҡҡа иҫендә ҡалды уның.
Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яғына ҡайтып барған сағы була Илгиздең. Юл ыңғайы, бер туған ағаһының ғаиләһен дә күреп сығайым тип, автобустан район үҙәгендә төшөп ҡала. Ҡышҡы көндә эңер төшкән ваҡыт була. Балалар тау шыуған боҙ майҙансығы янынан үтеп барғанда сибәр ҡыҙҙы шәйләй. Нишләптер буш сана һөйрәп алған, уйсан. Егет, нисек тә һүҙ башларға уйлап, юл аша сығып барғанда былай тип шаярта: "Һылыу, бәпесегеҙ төшөп ҡалған бит!"
Тәүҙә ҡыҙ ишетмәйерәк: "Нимә?!" - ти. Егет шаяртыуын яңынан ҡабатлай. Шул ваҡытта был ҡыҙ сәбәләнеп алып китмәһенме: "Уй, Аллаҡайым... Балаҡайым, ҡайҙа булған?! Ҡайҙа ғына төшөп ҡалды икән улым?.."

Эштең бындай боролош алырын көтмәгән егет шаңҡып ҡала. Балаһы өсөн сәбәләнгән ҡыҙҙы күреп, ни ҡылырға ла белмәй ул. Инде ҡайһы яҡҡа йүгерергә, баланы ҡайҙан табырға, тигән мең төрлө уй секунд эсендә башынан үтә. Ярҙам итергә тип ян-яҡҡа сабырға әҙер торғанда, ҡыҙ: "Ярай, тыныслан, мин дә шаярттым... Ҡустымды баҡсанан алырға китеп барам мин. Йөҙөңдө күрһәң ине, егет", - тип ҡытҡылдап көлөп китеп бармаһынмы.

Бына һиңә шаяртыу! Бер талай шаңҡып тора егет, һуң мыңарсы уны берәү ҙә былай төп башына ултыртҡаны юҡ ине. Шулай итеп, был осраҡ урынһыҙ шаярмаҫҡа ғүмерлек һабаҡ була егеткә.

Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: