Яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инеү сәбәпле, Рәсәй автостраховкалау союзы (РСА) яҡын киләсәккә ошо сценарийҙы күҙ алдына килтерә. Был автомобилдәргә техник тикшереү үткәреү буйынса яңы ҡануниәткә бәйле. Операторҙарға ла яңы ҡағиҙәләргә ярашлы эш итергә тура киләсәк. Шуға бәйле, РСА республикалар һәм өлкәләр етәкселәренә техник күҙәтеү пункттарын тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы килеп тыуасаҡ хәлдә Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтте (ФАС) ғәйепләй: был ойошма операторҙарҙың техник тикшереү хаҡтарын ҡайтанан ҡарап сығырға тейеш булған икән, ләкин быны эшләмәгән.
РСА билдәләүенсә, ошо союз исемлегендә биш меңдән ашыу рәсми оператор теркәлгән. Шуларҙың 699-ы, төрлө кәмселектәр теркәлеү сәбәпле, эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр. Былтырғы йыл аҙағында РСА компанияларға 2021 йылдың 1 мартынан яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләргә әҙерлек кимәле тураһында иҫкәрмәләр ебәргән. Яңы талаптарға ярашлы, техник тикшереү үткәреү процесы фотоға төшөрөлөргә һәм Эске эштәр министрлығының мәғлүмәттәр базаһына ебәрелергә тейеш. Диагностика карталары электрон рәүештә генә эшләнәсәк. Яңы талаптарҙың маҡсаты – машинаны техник тикшереүгә алып бармай ғына, диагностика картаһын һатып алыуға юл ҡуймау. Ә был хәл, аңлашылыуынса, автомобилдәр хәрәкәтенең хәүефһеҙлегенә туранан-тура йоғонто яһай. Тимәк, автомобиль хужаларына ла элеккесә еңел генә техник күҙәтеү үтеү, төҙөк булмаған машинаһы менән юлға сығыу мөмкинлеге ҡалмай. РСА ебәргән хаттарға 2,5 мең компаниянан яуап килгән дә инде һәм уларҙың 85 проценты яңы шарттарҙа эшләргә әҙер булыуын белдергән. Әлеге 170-се Федераль законға ярашлы, техник күҙәтеү эшенең яңы ҡануниәткә әҙер булыуы өсөн Рәсәй төбәктәре яуап бирә һәм, тәбиғи, тарифтарҙы ла улар билдәләй. Шуға күрә хаҡтар төрлөсә: Мәскәү ҡалаһында, мәҫәлән, техник тикшереү өсөн автомобиль хужалары 750 һум түләһә, Алыҫ Көнсығышта бер мең һум бирергә тура килә, ә Рәсәй буйынса уртаса хаҡ 450-500 һум тәшкил итә.