Бөгөн БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре килә. Улар ведомство етәксеһе Рәмзил Күсәрбаев кабинетында тентеү уҙғара.
БР Хөкүмәте Аппаратының мәғлүмәт департаменты директоры Ольга Красноногая хәбәр итеүенсә, тентеүҙәр 2017 йылда Күмертау ҡалаһында таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөшө буйынса уҙғарыла. “Ул ваҡытта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ине, Рәмзил Күсәрбаев капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы вазифаһында эшләгән була”, - тип билдәләй ул.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарында был хәл буйынса рәсми аңлатма бирмәгәндәр. Мәғлүмәттәр буйынса, министр ҡулға алынған. Ул был вазифаға 2020 йылдың декабрендә тәғәйенләнгәйне.