18 ғинуарҙан Йылылыҡ өсөн хаҡты иҫәпләүгә контроль буйынса ведомство-ара эш төркөмө Стәрлетамаҡта 50-гә яҡын йортто тикшереп сыҡты. Уларҙа “БашРТС”тың квитанцияһы буйынса йылылыҡ өсөн хаҡ юғары булған. Эш төркөмө ағзалары өйҙәр буйынса йөрөп, йылылыҡты иҫәпләү приборҙарын ҡараны, халыҡ менән аралашты. Ҡалған йорттарҙы документтарҙан тикшерҙеләр.
Асыҡланыуынса, йылылыҡ энергияһын иҫәпләүҙең дөйөм йорт приборҙары менән йыһазландырылған күп фатирлы 1034 йорттоң 847-һендә йылылыҡ өсөн хаҡ артыҡ иҫәпләнгән. 23 миллион һумдан ашыу аҡса кире ҡайтарылырға тейеш.
Әйткәндәй, былтыр октябрҙә яңыртылған Сәтрлетамаҡтың Йәмәғәт палатаһы республикала тәүгеләрҙән булып был хәлгә ҡушылды. Палатаның торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһы былтыр ноябрҙән граждандарҙың йылылыҡ мәсьәләһенә бәйле мөрәжәғәттәре менән шөғөлләнә. Декабрҙә бындай мөрәжәғәттәр һаны тағы ла арта төшкән.
Эш төркөмө ошо мәсьәлә буйынса сара күреүҙе дауам итәсәк.
Фото: op.bashkortostan.ru