Йәмғиәт
2 Февраль 2021, 17:55

Салауат “Аҡыллы ҡала”ға әүерелә

“Төп маҡсатыбыҙ – Салауатты Башҡортостанда йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалаға әүерелдереү".

“Эр-Телеком Холдинг” акционерҙар йәмғиәте һәм Салауат ҡалаһы хакимиәте төбәк телекоммуникациялар инфраструктураһын үҫтереү тураһындағы килешеү төҙөнө.
Килешеүгә ярашлы, компания Салауатта урындағы халыҡҡа уңайлыҡтарҙы арттырыуға йүнәлтелгән һанлы ҡарарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе ғәмәлгә индерергә ниәтләй. Улар иҫәбенә инновациялы технологияларҙы файҙаланып, урамдарҙағы яҡтыртҡыстарҙы модернизациялау (“Аҡыллы яҡтылыҡ”) һәм юл фажиғәләрен кәметеү маҡсатында йәйәүлеләр үткәүелдәрен махсус программа-аппарат комплекстары менән йыһазландырыу (“Йәйәүлеләр өсөн аҡыллы үткәүел”) инә.
Энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары өсөн сервистарҙан тыш, шулай уҡ “Аҡыллы ҡала” системаһы элементтарын төбәк мәғлүмәт технологиялары инфраструктураһына йәлеп итеү ҡарала. Был уның ышаныслылығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
“Төп маҡсатыбыҙ – Салауатты Башҡортостанда йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалаға әүерелдереү. Энергетикаға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл хужалығы инфраструктураһына идара итеүҙә заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереү – ошо маҡсатҡа өлгәшеүҙә мөһим аҙым. “Эр-Телеком” компанияһы менән оҙайлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек яйға һалыныр, ә ҡала халҡы тиҙҙән ыңғай үҙгәрештәрҙе баһалар, тип ышанам”, – тине Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Фото: vk.com
Читайте нас