Йәмғиәт
2 Февраль 2021, 11:30

Сарала ҡатнашығыҙ

Рәсәйҙә “Интернет-коммуникациялар лидеры” конкурсы башланды.

Рәсәйҙә “Интернет-коммуникациялар лидеры” конкурсы башланды.
Сарала 18 йәше тулғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала. Бының өсөн https://лидерыинтернета.рф/ сайтында теркәлергә кәрәк. Унда еңеп сыҡҡандар илдәге алдынғы интернет-эксперттар менән стажировка үтә аласаҡ. Бынан тыш, Мәскәү дәүләт университеты базаһында идара итеү һәм һанлы компетенциялар үҫеше мәғариф программаһы буйынса бушлай уҡый аласаҡтар.
Сараны “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте ярҙамында “Интернет-коммуникациялар лидеры” – “Диалог” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте һәм Төбәктәр менән идара итеү үҙәктәре ойоштора. Барлыҡ һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Идаралығы начальнигы урынбаҫары Салауат Ғариповҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк (телефон: 8-987-588-41-88).
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас