Йәмғиәт
2 Февраль 2021, 17:14

Яҙмыштыр был...

Миңә үҙ ғүмеремдә кем генә булырға яҙманы? Уҡытыусы, журналист, яҙыусы. Оҙаҡ йылдар БР Урман хужалығы министрлығында эшләп, урмансы ла булып алынды, хөрмәт менән хаҡлы ялға унан оҙатылдым. Ә шулай ҙа Себерҙә үҙләштерәсәк һөнәрем ғүмеремдә лә башыма килмәне.

Миңә үҙ ғүмеремдә кем генә булырға яҙманы? Уҡытыусы, журналист, яҙыусы. Оҙаҡ йылдар БР Урман хужалығы министрлығында эшләп, урмансы ла булып алынды, хөрмәт менән хаҡлы ялға унан оҙатылдым. Ә шулай ҙа Себерҙә үҙләштерәсәк һөнәрем ғүмеремдә лә башыма килмәне.


Нимә етмәй һуң тынғыһыҙ әҙип күңеленә? Шөкөр итеп, яҙ ҙа яҙ. Әммә илһам тоҡсайы бүҫкәреүе яман. Нимәгә тотонорға, ниндәй өлкәне ҡапшап ҡарарға, серҙәрен асырға белмәгән мәлдә күңел төшөнкөлөгөнә биреләһең. Сөнки һине ниндәйҙер серле көс яңы тәьҫораттарға, өр-яңы донъяға әйҙәй!
Алыҫ Себер тарафтарына сығып китеүемдең дә сәбәбе шул булды. Таныш ҡатындан телефон алып, Мәскәүгә, бер ойошманың кадрҙар бүлегенә, шылтыраттым. “Иртәгә юлға сыға алаһығыҙмы?” – тигән тауышты ишеткәс, ҡаушап ҡалдым. Яҡындарым менән кәңәшләшмәҫ борон ризалы­ғымды белдерҙем. Ҡайһы берәүҙәр минең турала, бәлки: “Был ҡатындың башына тай типкән, ахыры”, – тип уйлар. Тик мин үҙемдең ошо тәүәккәл аҙымымдан ошо минутта бик ҡәнә­ғәтмен. Эсер һыуым, ашар ризығым шунда булғандыр, тип Аллама рәхмәт уҡыйым. Арктика һынлы Арктикаға барып эләгеү көтөлмәгәнерәк булды инде. Улай уҡ йыраҡ китермен тип уйламағайным да.
Өйҙәгеләр, әлбиттә, теше-тырнағы менән ҡаршы булды. Балалар бигерәк тә һаулығым өсөн хафаланды. Гөл­гөнә киленем мин аэропортҡа барып етеп, самолетҡа ултырғанымса шылтыратып ыҙаланы. “Ҡәйнәм, кире уйла! Һин беҙгә, балаларыңа, һау-сәләмәт кәрәкһең!” – тине ул, үҙәге өҙөлөп. Ҡыпсаҡ ҡыҙын туҡтатып буламы инде ул? Башты яңы пландар, ижади маҡсаттар ялмап алған! Алда көткән ауыр һынауҙарҙы күҙ алдына килтереп тә булмай!
Иң тәүҙә беҙҙе Ҡазан ҡалаһының бер шифаханаһына карантинға ябып ҡуйҙылар. Бүлмәләшем, удмурт ҡыҙы Лена, бик илгәҙәк булып сыҡты. Ҡыҙыҡ күреп удмуртса һөйләштерәм. Ғөрөф-ғәҙәттәрен һорашам. Уртаҡ тел таптыҡ. Ике аҙнабыҙ тар бүлмәлә зарығып үтте. Ярай әле балкон бар. Күрше бүлмәләге ҡатындар менән шунда ғына аралашып ҡалабыҙ. Ашау шәп инде. Хәрәкәтһеҙ ятҡас, ауырая ла башланыҡ. Көн дә гимнастика эшләйем, ноутбугымды ла алғайным, ижад итәм. Ике тапҡыр коронавирус­тан тест үттек. Карантинда саҡта бер иргә инфаркт булып үлеп китте. Тыуған яғына оҙаттылар. Беҙ, әлбиттә, уфтаныштыҡ та шуның менән вәссәләм. Аллам һаҡлаһын, эшкә тип сығып китеп, тейәлеп ҡайтсәле... Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан тигән әйтемдең хаҡлығын шунда аңланым.
Артабан минең яҙмышым Хоҙай ҡулына тапшырылды. Ҡурсаларға ту­ғандар, серләшергә дуҫтар, һыйы­нырға балалар юҡ янда. Бөтөнләй ят мөхит, ят кешеләр, ят менталитет. Ҡәҙимге донъямдың аҫты-өҫкә әйләнде. Тормошом түңкәрелде. Үҙем ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдә ҡалдым.

Ҡазандан Сабеттаға самолетта остоҡ. Сабеттанан вертолетта Салман ҡаласығына юлландыҡ. Романтика! Күңел яңы ерҙәрҙе күреп осона! Йөрәк елкенә! Үҙемде заманында сиҙәм күтәргән, БАМ төҙөгән комсомолка кеүек хис итәм! Ултыртһалар, тракторға ла ултырыр инем әле! Эштән ҡурҡҡан юҡ!
Обь ҡултығы аша сыҡҡанда эргәм­дәгеләрҙе күҙәтәм. Бер нисә ир-егеттең ҡобараһы осҡан, һиҙҙермәҫкә тырышып, күҙҙәрен йомғандар. Миңә генә күңелле. Ҡайһы бер вахтовик­тарҙың насар һауа торошо шарттарында вертолет ҡыйрап һәләк бул­ғандарын йә, ҡабырға-фәләндәре һынып, бәхеттәренән иҫән ҡалған­дарын аҙаҡ ҡына ишеттем. Шуға ҡайтҡан саҡта вертолеттан бер аҙ шөрләй төшкәйнем.
Вертолет тырылдап оса, ул самолет түгел, ныҡ бейеккә күтәрелмәй. Обь ҡултығының һәр ағымы юлаҡ-юлаҡ булып, бихисап юлдар кеүек, айырылып ята. Был һоро һыуҙың осона мәңге сығып етмәбеҙ кеүек. Ә сығып етеп булмаһа?..
Обь ҡултығы Карск диңгеҙенә тоташҡан. Ә Карск диңгеҙе Төньяҡ боҙло океанға ҡушылған. Шул турала уйлаһаң, тулҡынланып, тән сымырҙап китә.

Бына ҡоро ер күренде. Тундра. Мәңгелек туңлыҡ. Аҙым һайын болғансыҡ һыулы күлдәр осрай. Ер тигәс тә, күкһел-һоро төҫтәге ваҡ ҡына ҡом бында. Тупраҡ юҡ. Сентябрь башы булһа ла, йәшеллек күренмәй. Ағастың әҫәре лә юҡ. “Ҡоштар ҡайҙа ҡунып һайрай икән?” – тигән уй башҡа килә.
Вертолеттан төшкәс, вахта маши­наһына тейәлдек. Уның бейеклеге! Туҡһанынсы йылдарҙа Бөрйәндән Белоретҡа тап ошондай автобусты биргәйнеләр. Бәләкәй балаларҙы алдан менгән өлкәндәр аҫтан күтәреп ала торғайны. Ә әбейҙәр, бабайҙар нимә эшләргә тейеш? Һикәлтәһенә бер аяғыңды баҫыр өсөн гимнаст булырға кәрәк бит! Бахыр ғына әсәкәйемде мендерә алмай ыҙалаған сағым иҫкә төшөп, эсем бошоп китте.

Машина яй ғына бара. Юл ситендә үҫемлек йораты күҙгә салынды. Бер көтөү ваҡ ҡына аҡ ҡошсоҡтар, күбәләк кеүек уларға ҡуна-ҡуна, ҡайҙалыр китеп юғалды.
Бара торғас үҙемде Марсҡа төшкән кешеләй күрә башланым. “Йәйгеһен матур ул бында, – тигән була электән вахта менән эшләгән юлдаштар. – Тик көнөн-төнөн яҡты була. Шуныһы ялҡыта. Ҡояш байыуҙы белмәй”.
Алда вагончиктар, свай өҫтөнә ултыртылған торлаҡтар күренде. Улар дөйөм ятаҡтар булып сыҡты. Тиҙ генә бүлмәләргә урынлаштыҡ. Йыуынырға ингәс, көҙгөгә ҡарап, кәйефем юғалды. Шул тиклем йонсоһаң да йөҙ шулай йәмһеҙләнмәҫ, йә Хоҙай. Сығып барышлай икенсе көҙгөгә күҙ һалдым. Унда битем бөтөнләй кәүеш күренде. Бына замана. Ҡайҙа ла экономия. Көҙгөнөң исмаһам арыуын ҡуйма­ғандар. Списать ителгәндәрҙе бушлай алып элгәндәрҙер инде. Көлкө бүлмәһе һымаҡ, валлаһи!
Ике яруслы өс карауат теҙелгән ярым ҡараңғы бүлмәгә иң беренсе булып инеп, һәрмәп ҡарап арыуыраҡ түшәк-мендәрҙе алып ҡалдым. Студент сослоғо ҡартайһаң да һаҡлана икән, тип эстән генә көлөп ҡуйҙым. Инде башымды мендәргә терәгәйнем, төндә йоҡламағайныҡ та инде, гөрләп ашхана мөдире килеп инде. Тауышы былай-алаймы! “Хәҙер генә эшкә барығыҙ! Унда алмаш килгәнен көтөп, ҡыҙҙар хәлдән тайҙы!” Романтика ҡайғыһы китте. Тыңламаған аяҡты һөйрәп, уның артынан йүнәлдем.
Ашхана бик ҙур. Ныҡ яҡты, йылы, тап-таҙа, заманса йыһазландырылған. Минең менән килгән ҡыҙҙарҙы шунда уҡ эшкә ектеләр. Төшкө аш мәле ине. Махсус эш кейемендәге ир-егеттәр ашарға сират теҙелгән. Араларында ныҡ йәштәре бар. Нефтсе булып Себерҙең икенсе яғында йөрөгән Искәндәр улымды иҫләп, йөрәгем семтеп алды. Минең дә балаҡай ғынам ошолайтып ҡына тамаҡ туйҙырырға йөрөйҙөр инде. Әсәй кеше ҡайҙа ла, ниндәй шарттарҙа ла әсәй булып ҡала шул.
Катя исемле бәләкәй генә буйлы йәш ҡатын йүгертеп йөрөп цехтар менән таныштырҙы ла, алмаш барлыҡҡа ҡыуанып, ял итергә ҡайтып китте. Нимәнән эш башларға икән, тип аптырап торғанда мөдир үҙенә саҡыртып: “Бынан ары өс ай буйы төнгө сменала эшләйәсәкһегеҙ. Киске һигеҙгә эшкә килегеҙ”, – тип ҡайтарып ебәрҙе. Өс ай буйы! Төндә! Бер ялһыҙ! Йә Хоҙай!
Бүлмәлә йоҡларға маташып ҡара­ным, булманы. Башымда ҡап-ҡара уйҙар өйөрөлдө. Өйҙәгеләргә хәлемде белдереп күңелле генә хәбәр ебәр­ҙем. Ныҡ ҡыуандылар. Анита киленем: “Ял көндәрен үткәрергә ниндәй ҡыҙыҡлы саралар бар?” – тип яҙған. Хәтәр йән көйҙө. Ниндәй ял ти ул? Ниндәй күңелле саралар булырға мөмкин?! Шулай ҙа сер бирмәнем, эстәре бошмаһын тип, яуапҡа бер ҡатлы йылмайған смайлик ҡына һалдым.

Ә асылда эшселәр өсөн бында көн дә өҙөлөп көтөп алған берҙән-бер ял – йоҡо. Берҙән-бер күңел асыу сараһы – ашхана. Шунда улар бер-береһе менән йәһәт кенә аралашып өлгөрә. Ашнаҡсылар ҡуйған музыканы тыңлап кинәнә.


Көндө төнгә алыштырып


Көн менән төн алышынды. Тәҙрә ҡара материал менән көпләнеп, бүлмәлә яһалма ҡараңғылыҡ булды­рылһа ла, дүрт-биш көн йоҡлап китә алмай аҙапландым. Ике-өс йә дүрт-биш сәғәт йоҡо менән төндә эшләү ныҡ ҡыйын. Баш тубал кеүек, йөрәк һыҙа. “Күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең...” – тип үҙемде әрләйем. “Швабра тота белмәйем, йыуғысҡа көс етмәй, тәрилкәләр ауыр”, – тип түҙмәй балаларға яҙғайным ватсаптан, Гөлгөнә киленем шылтырата. “Һуң һинең бит ручканан ауыр нәмә тотҡаның юҡ! Нимәңде ҡарап йөрөйһөң унда! Ҡайт! Ыҙалама! Йонсома!” – ти. Дөрөҫ әйтә инде. Төп эшем ручка һәм компьютер менән бәйле ине бит ғүмерем буйы. Шунан ары уларҙы ҡайғыртмаҫҡа булдым. Икенсе көнө: “Эшкә өйрәндем. Барыһы ла һәйбәт”, – тип алдап яҙып ебәрҙем.
Ысынлап та, тәрилкәләр ныҡ ауыр. Уларҙы йыуырға ла ҙур оҫталыҡ кәрәк. Шунан биш-алтыһын бергә күтәреп, киптергескә ҡуяһың. Бер ыңғай һигеҙәр стаканды күҙ асып йомғанса йыуып, сайҡатып, батмусҡа теҙәһең. Ҡалаҡ менән сәнскене машина йыуып сығарғас та, майлы булмаһын тип, тикшереп, эҫе һыуҙа тотоп алаһың. Ҡулдан бирсәткә, биттән маска төшмәй. Маска кеймәһәң, штраф түләйһең. Ҡайһы мәл оло-оло кәстрүлдәрҙе йыуырға тура килә. Мармиткаларҙы таҙартыу үҙе бер бәлә. Яҫы, һай ҡалай һауыт ул. Кәстрүлдәре ғәләмәт ауыр. Кәштәгә күтәреп ҡуйғанса хәл бөтә. Тағы ла үҙемде эстән әрләп алам...
Аҡһөйәк мин генә шулай ыҙалайым микән, тиһәм, ҡыҙҙарҙың барыһы ла зарлана башланы. Аяҡ тала, бар­маҡтағы һәр быуын сәңкеп һыҙлай. Ҡайтҡас, ауыртыуға түҙмәй, ҡулдарҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ. Мендәргә лә һалып ҡарайбыҙ, ҡаны һарҡһа, ауыртыуы кәмемәҫме тип, өҫкә күтәреп тә ятабыҙ. Аяҡтарҙы ла шулай. Һыҙланып ята торғас, арыу еңә, һаташа-һаташа йоҡоға талабыҙ. Ҡыҙҙар йоҡлағанда ыңғыраша. Мине лә төшөңдә ҡысҡыраһың, тиҙәр ине. Эштә бит, ҡашығаяҡ йыуыуҙан тыш, залдарҙы һеперергә, шунан йыуырға, өҫтәлдәрҙе һөртөргә, йәшелсә таҙартырға һәм башҡа һәм башҡа бихисап эш атҡарырға кәрәк. Көлбикә инде, Көлбикә. Үгәй әсә етемәкте нисек екһә, шулай.
Кискеһен эшкә килгәс, миңә эш ҡалдырған көндөҙгө ашнаҡсыларҙан: “Ну, что сегодня у Золушки? Мои любимые свекла или кальмары?” – тип һорай торғайным. Минең мәрәкәләп һөйләшеүемә өйрәнделәр инде, йөҙ­ҙәре яҡтырып китә. Атайыма оҡшап, ауыр хәлдән юмор менән сығам мин. Конфликтты өнәмәйем. Тыумыштан бирелгән дипломатия ниндәй генә ауыр холоҡло кешеләр менән дә уртаҡ тел табырға ярҙам итә.
Бармаҡтар шешеп китте. Ҡулды йоҙроҡҡа ла төйнәп булмай. Электән вахтала йөрөгәндәр беҙҙе йыуата. “Бер-ике аҙнанан өйрәнеп китәһең ул, көс инә”, – тиҙәр. Ысынлап та, ике-өс аҙнанан оҫтарып алынды. Төндә тәүҙә өсәү эшләй инек, дүр­тенсе кешене лә бирҙеләр. Силәбенән Нәзирә исемле ҡатын менән дуҫ­лашып киттек. Йәһәт кенә бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ ҙа ял итергә ултырабыҙ. Минең яҙыусы икәнде белгәс, Нәзирә ғибрәтле яҙмыштар тураһында һөйләй башланы.
Кишер, һуған, сөгөлдөр таҙартыуҙы яраттым. Сөнки эргәңдәге кеше менән һөйләшеп була. Журналист булараҡ, ипләп кенә һорауҙар бирәм кеше­ләргә. Сиселә лә ҡуялар. Эй ҡыуанам инде.
Шулай ипкә инеп алғас, ҡыҙҙарҙың һөйләүҙәре буйынса башымда бер хикәйә тыуҙы. Иҙән йыуғанда ла, ҡашығаяҡ араһында ла ҡулым автоматик рәүештә эшләй, ә башымда буласаҡ әҫәрҙең геройҙары бутала. Эй ултырып ҡына яҙғы килә лә бит! Ҡайҙа һуң! Ҡатындар минең интеллигент икәнде күреп, ихлас өйрәткән була. “Был һинең эшең түгел”, – тиҙәр. Ихтирам итеүҙәренә, аңлауҙарына рәхмәт. Наташа бер мәл иҙән йыу­ғанымды ҡарап торған да: “Һин бит йыумайһың, ә яҙаһың!” – тип көлөп килеп етте. Аҙаҡ елдертә һуғып ялтыратып йыуып ҡуя торғайным инде иҙәнен дә, швабра ҡулда уйнап торҙо. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр бит.
Дүртәүләп тә эшләгәс, ял итергә лә ваҡыт тапҡас, иртән эштән ҡайтҡас, берәр сәғәт булһа ла йоҡо алдынан яҙышып алырға кәрәк булыр, юҡһа мәғлүмәт онотолор, тип хыяллана башланым. Башыма килгән бар уйҙы ныҡышып хәтеремә һеңдереп ҡалыр­ға тырышам. Башҡаса сара юҡ.

Шулай яҡты хыялдар менән эшләп йөрөгәндә, бер төн ашхана мөдире иртәгә иртән икенсе объектҡа китәсә­гемде әйтте. Көтөлмәгәнлектән баштарым әйләнеп китте. “Өйрәнеп кенә бөткәйнем һиңә”, – тип Нәзирә илап ебәрҙе. Гөлнараның ҡулынан эш китте. Барыһы ла хафаланды, үҙемдең күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты. Бында, вахта эшендә, һинең ризалығыңа ҡарап тормайҙар. Тота ла икенсе ер­гә ебәрәләр. Эсем бошоп ҡына тоҙло ҡыяр турап тора инем, мөдир инде лә: “Тәнзилә, Һеҙгә, интеллигент ке­шегә, ҙур ерҙә эшләү ауырҙыр. Күреп торам, бик баҫалҡы, тыныс кешеһегеҙ. Ҡурҡмағыҙ. Унда Һеҙгә күпкә еңелерәк һәм тынысыраҡ булыр”, – тип йыуатып сығып китте. Белеп торам инде минән ҡотолорға телә­гәнен. Бер-ике көн алдан ғына: “Тәрилкәләрҙе йыуыу миңә ҡыйын, күтәрергә лә ауыр. Стакан-фәлән йыуырға ризамын, мине тәрилкәләрҙән арындыр­һағыҙсы. Бүтән бөтә эшкә лә ризамын”, – тип әйткәйнем. Шуны оҡшат­мағандыр, күрмәгәнен күрһәтәйем әле, тигәндер. Сөнки ул участокта төндә мин бер үҙем генә эшләйә­сәкмен. Тәрилкә­ләрҙе бындағы кеүек машина йыумаясаҡ, бөтә эште лә ҡул менән башҡарасаҡмын.

Шул көндә әсәйемде төшөмдә күргәйнем. Ҡыуана-ҡыуана сәсемде үрҙе. Бик ҡәнәғәт, йөҙө балҡып тора ине. Йоҡонан уянғас, сәс үреү юлға була, әллә ҡайтып китәм микән, тип уйлағайным. Шул ғибрәтле төшөм иҫкә төшкәс, моғайын, был сәфәрем уңышлы булыр, тип яҙмышыма буйһондом.


(Дауамы бар).
Читайте нас