Йәмғиәт
3 Февраль 2021, 06:00

"Өфөлә беҙҙе бер нимә лә тотмай"

Артем Мазовтың атаһы был фажиғәне үтә ауыр кисерә.

Башҡортостанда Артем Мазовтың тарихына әле һаман нөктә ҡуйылманы, сөнки уның яҙмышы ошоға тиклем билдәле түгел.
Был хәлгә ике йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, күптәр уны һаман хәтерләйҙер. Ҡатыны менән талашҡан ир ике бәләкәй малайын алып йөрөргә тип сығып китә. Был 2019 йылдың 26 октябрендә була. Шул көндән һуң уларҙы бер кем дә күрмәй.
Һигеҙ ай буйы эҙләгәндән һуң, былтыр йәй дүрт һәм алты йәшлек малайҙарҙың кәүҙәләре һыу төбөнән килеп сыға, ә атай кеше юҡ. Кемдәрҙер уны үҙе лә үлгәндер ти, икенселәр, йәшенеп йөрөй тигән фекерҙә. Нисек кенә булмаһын, Тәфтиш комитеты уны эҙләүҙе дауам итә.
Ошо хәл булғандан һуң, Артемдың атаһы Аркадий Мазов күп тапҡырҙар хәбәрселәр менән аралашты һәм улы менән ейәндәрен эҙләүҙә ярҙам һораны. Аҙаҡ ейәндәренең кәүҙәһен тапҡас, улар ҡатыны менән бөтөнләй үҙҙәренә бикләнде.
Һәм бына әле билдәле булыуынса, өлкән Мазовтар, Аркадий ҡатыны Татьяна менән бөтөнләй Өфөнән Мәскәү өлкәһендәге бер ҡалаға күсеп киткән. Бының өсөн улар үҙ фатирҙарын һатҡан.
– Күсергә мәжбүр булдыҡ, беҙҙе Өфөлә бер нимә лә тотмай, – тигән ир.
Баштарына оло ҡайғы төшкән өлкән йәштәге кешеләрҙе аңларға була. Ә Артем Мазовты эҙләү дауам итә. Әгәр уны күрһәгеҙ, полиция бүлексәһенә хәбәр итергә кәрәк.
Читайте нас