Йәмғиәт
3 Февраль 2021, 06:30

Изгелек йылы

Стәрлетамаҡ районында Изгелек йылы иғлан ителде

Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә балыҡ белер, ти халыҡ. Стәрлетамаҡ районы ауылдарында иһә изгелек эшләп һыуға һалып ҡына ҡалмайҙар, ә кешеләргә изгелек ҡылыусыларҙы бар йәмәғәтселек алдында хөрмәтләүҙе, уларға дан йырлауҙы ойошторалар.
Эйе, Стәрлетамаҡ районы республиканың муниципаль берәмектәре араһында иң беренсе булып Изгелек йылы иғлан итте. Республикала әлегә бындай практиканың булғаны юҡ ине әле. Коронавирус пандемияһына бәйле килеп тыуған хәлдәр үҙ-ара ярҙам итеүгә ихтыяжды арттырҙы. Бөгөн республикала ирекмәнлек хәрәкәтенең үҫешеүе лә ауыр саҡта бер-береңә ярҙам итеүгә бәйле.
- Изгелек - ул Изгелек йылы иғлан итеү сиктәрендә генә түгел, ә һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә беҙҙең менән бергә булырға тейеш. Шулай ҙа йәмәғәтселек иғтибарын изге эштәргә йәлеп итеү өсөн быны эшләү мотлаҡ ине, - ти Стәрлетамаҡ районының кадрҙар сәйәсәте һәм социаль коммуникациялар буйынса идаралығының мәғлүмәт сәйәсәте бүлеге начальнигы Радик Ғиззәтов.
Әле Стәрлетамаҡ районы ауылдарында Изгелек йылы сиктәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдирҙәренә, фельдшерҙарға рәхмәт әйтеү, уларҙың ҡылған изгелектәрен барлау, баһалалау саралары уҙғарыла. Ауыл мәҙәниәт йорттарына ауыл активистарын, ауыл советы депутаттарын йыйып, ауыл биләмәһе башлыҡтары ауыл халҡы исеменән аҡ халатлыларға рәхмәт йөҙөнән иҫтәлекле бүләктәр тапшыра, үҙҙәренә изгелектәр теләй. Ошондай саралар райондың бер нисә ауылында булып үтте лә инде һәм ул дауам иттерелә.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең рәхмәтен йыр-моң аша еткерә. Был саранан балалар ҙа ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, Казадаевка ауыл советында аҡ халатлы кескәйҙәрҙең сығышы фельдшерҙарға рәхмәт һүҙе булып яңғыраны. Ҡыҫҡаһы, Стәрлетамаҡ районында башланған изге башланғыс башҡаларҙы ла изгелек эшләргә этәрер, изгелек ҡылыусыларҙың үҙҙәрен хөрмәтләй белеүгә өйрәтер тип ышанғы килә.
Фото: Стәрлетамаҡ районы сайтынан.
Читайте нас