Йәмғиәт
4 Февраль 2021, 18:30

Уҡыусыға ҡул күтәргән иргә ниндәй яза бирелгән?

Мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән ҡатын үҙ иренә тәртипһеҙ уҡыусыһы тураһында һөйләй. Зарланыу эҙһеҙ үтмәй...

Башҡортостан суды Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылында йәшәгән 51 йәшлек иргә ҡарата яза төрөн билдәләгән. Ул 7-се класс уҡыусыһының һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта республика Прокуратураһы хәбәр итә.
Күңелһеҙ ваҡиға былтырғы йылдың октябрендә булғайны. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән ҡатын үҙ иренә тәртипһеҙ уҡыусыһы тураһында һөйләй. Зарланыу эҙһеҙ үтмәй: ир урамда осраған әлеге баланың битенә һуға. Шулай итеп, ул баланың һаулығына еңелсә зыян килтерә. Һөҙөмтәлә ир, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеп, cуд алдына баҫты.
Билдәле булыуынса, суд иргә ҡарата мәжбүри рәүештә 240 сәғәт эшләтергә тигән хөкөм ҡарары сығарған. Әле ул законлы көсөнә инмәгән.
Фото:sm-news.ru
Читайте нас