Йәмғиәт
4 Февраль 2021, 13:45

Юғары кимәлдә башҡарылды

Уны “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Ҡала мөхите” федераль партия проекты сиктәрендә үткәрелгән мониторинг һөҙөмтәһендә асыҡланылар.

Башҡортостанда “Ҡала мөхите” проектының юғары кимәлдә башҡарылыуы билдәләнде.
Уны “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Ҡала мөхите” федераль партия проекты сиктәрендә үткәрелгән мониторинг һөҙөмтәһендә асыҡланылар. Партия ағзалары Өфөнөң Архитектура урамындағы 24-се һәм Гагарин урамындағы 28/1-се йорттар ихаталарын ҡараны.
– Беҙ тәү сиратта ихаталарҙың торошон ҡарайбыҙ, шулай уҡ федераль һәм төбәк ресурстарын тотоноп төҙөлгән объекттарҙы нисек файҙаланыуҙары ла ҡыҙыҡһындыра, – тине “Ҡала мөхите” проектының координаторы Елена Родина. – Ихаталар ҡарҙан таҙартылған, объекттарҙың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек.
Комиссия шулай уҡ “Тулҡын” скверын да ҡараған. Паркты реконструкциялау дүрт этапта башҡарыла. Спорт майҙансығы булдырылған, ҡоймалар ҡуйылған. Бөгөн реконструкцияның һуңғы этабы үтәлә. Эш йыл аҙағында тамамланасаҡ. Проекттың федераль координаторы Павел Качкаев билдәләүенсә, халыҡтың бындай урындарҙа спорт менән шөғөлләнеүе ҡыуаныслы күренеш.
Артабан объекттарҙы ҡарау Саҡмағош районында дауам итте. Бында ике ҡатлы йорттарға реконструкция үткәрелгән, видеокүҙәтеү ҡуйылған, Тыныслыҡ урамындағы аллея хәҙер яҡтыртыла, унда эскәмйәләр урынлаштырылған.
“Ҡала мөхите” проектының маҡсаты – ихаталарҙы төҙөкләндереү, уңайлы ял итеү урындары булдырыу, мәҙәни биләмәләрҙе үҫтереү.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас