Йәмғиәт
3 Февраль 2021, 20:10

Затондарға – яңы поликлиника

Киләһе йылда Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы поликлиника эшләй башлаясаҡ. Ул бер смена барышында 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.

Киләһе йылда Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы поликлиника эшләй башлаясаҡ. Ул бер смена барышында 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Төҙөлөшкә үткән йылдың көҙөндә үк нигеҙ һалынды. Әлеге ваҡытта монолиттан торған каркас ҡуйылып, бинаның беренсе ҡаты күтәрелә.
Поликлиника һәр ҡайһыһының айырым инеү урыны булған өс төп өлөштән тора: өлкәндәргә, балаларға тәғәйенләнгән поликлиникалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы. Бында шулай уҡ рентген кабинеты, кесе операция залы, ПЦР лабораторияһы урынлашырға тейеш. Бинаны ике лифт хеҙмәтләндереүе күҙ уңында тотола.
Дөйөм алып әйткәндә, әлеге ваҡытта республикала алты һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлөү өҫтөндә.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас