Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 06:30

"Ҡалҡан һәм рауза" премияһын тапшырҙылар

Был сара республикала беренсе тапҡыр уҙғарылды.

«Торатау» конгрес-холында «Ҡалҡан һәм рауза» республика йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Был наградаға Башҡортостандың кѳс структураларының һѳнәре буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың гүзәл заттарҙы ҡотлау һүҙен республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Ирек Сәғитов уҡып ишеттерҙе. «Һеҙ ирҙәр менән бер рәттән бурысығыҙҙы үтәйһегеҙ», - тип ҡатын-ҡыҙҙарға юғары баһа һүҙҙәрен еткерә республика Башлығы Радий Хәбиров. Ирек Сәғитов был сараның традицияға әйләнеп, йыл да үткәреләсәгенә ышаныс белдерҙе.
«Ҡалҡан һәм рауза» премияһын тапшырыу тантанаһында Мәскәүҙән ҡунаҡ – Рәсәй Федерацияһының Тәртип һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһы президенты Әсләмбәк Әхмәт улы Аслаханов ҡатнашты.
Тәртип һаҡлау органдарында, кѳс структураларында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы алты номинация буйынса бүләкләнеләр. Шулай итеп, «Хеҙмәт бурысына тоғролоҡ ѳсѳн» - туғыҙ, «Ватанға оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән ѳсѳн» - һигеҙ, «Уҡыуҙағы уңыштар ѳсѳн» - дүрт, «Сәнәғәт продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы кѳрәшкән ѳсѳн» - ѳс, «Юғары спорт ҡаҙаныштары һәм Рәсәй спортының абруйын арттырған ѳсѳн» - ѳс, «Юғары гражданлыҡ ѳсѳн» (ковидҡа ҡаршы кѳрәшкән табиптарға) бер кешегә премия тапшырылды. Ғѳмүмән, бал сарала 11 кѳс структаһынан 28 ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте юғары баһа алды.
Кисәлә кѳс структуралары етәкселәре, ведомство вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың илебеҙҙе һаҡлауға индергән ѳлѳшѳн юғары баһалап, ҡотлап сығыш яһаны, республиканың билдәле артистары һәм ижади коллективтары матур концерт бүләк итте.
Айрат Нурмѳхәмәтов фотоһы.
Читайте нас