Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов, һауа торошо боҙолоу сәбәпле, водителдәрҙе юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра.
– Ял көндәре республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында ла профилактик саралар үткәрәбеҙ, – тине Динар Ғилметдинов халыҡҡа мөрәжәғәт итте. – Күреп тораһығыҙ, автомобиль юлдары ныҡ тайғаҡ. Тиҙлек режимын үтәгеҙ, юл билдәләренә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Иртәгә көндәр саманан тыш һалҡынайтасаҡ, ипләп йөрөүегеҙ һорала. Тайғаҡ юлда, ғөмүмән, трассала автомобилде ҡыумағыҙ!