Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 17:00

Һөйгәне менән осраштырмағас...

Ут төртөп, йәнәһе лә, ул шулай үс алған.

Һөйгәне менән остраштырмаған өсөн колонияла янғын ойошторған бер тотҡон. Йәнәһе лә, ул шула үс алған...
Был хәл 2018 йылдың мартында уҡ була. 26 йәшлек егет Өфөлә 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырған, ул унда янғын хеҙмәтендә лә эшләгән. Шуға ла колония буйлап тотҡарлыҡһыҙ йөрөй алған.
Ул көндө тотҡон колония начальнигына гражданлыҡ кәләше менән осрашыу һорап ғариза яҙа. Әммә етәксенән кире яуап ала, осрашыуға рөхсәт бирмәйҙәр.
Шул мәлдә йәне көйөп, үс алыу маҡсатында хужалыҡ бүлеген яндырырға ҡарар итә лә инде. Төндә бүлмә эсенә янып торған төргәк ырғыта ул. Шулай итеп, аҡылһыҙ аҙымы менән колонияға 3,8 меңлек матди зыян килтерә.

Әле килеп, ошо көндәрҙә уға ҡарата хөкөм ҡарары сығарғандар. Егет үҙенең ғәйебен тулыһынса танымаған. Суд ҡарарына ярашлы, бер йыл ҡаты режимлы колонияла ултырырға, бынан тыш, килтергән зыянды ла ҡапларға тура киләсәк уға.
"Беткә үсегеп тунын яҡҡан", тигән әйтемдәге кеүек килеп сыҡҡан был егеттең ҡылығы.
Читайте нас: