Йәмғиәт
6 Февраль 2021, 08:00

"БашРТС" артыҡ аҡсаны ҡайтарырға вәғәҙә итә

Был 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ өсөн түләү ноябрь менән сағыштырғанда 42 һәм унан да күберәк процентҡа артығыраҡ булған фатир хужаларына ҡағыла

"БашРТС” компанияһы 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ өсөн түләү ноябрь менән сағыштырғанда 42 һәм унан да күберәк процентҡа артығыраҡ булған фатирҙарға артыҡ алынған аҡсаны ҡайтарырға вәғәҙә итә.
Ҡабаттан иҫәпләү был турала ғариза яҙған фатир хужалары өсөн генә яһаласаҡ. Әлеге ваҡытта “БашРТС”ҡа идарасы компаниялар биргән мәғлүмәттәр буйынса дөйөм йорт иҫәпләгестәрен тикшереү бара, шулай уҡ йорттарҙағы торлаҡ һәм торлаҡҡа ҡарамаған майҙандарҙы сағыштыралар. Йылылыҡ өсөн түләү дөйөм йорт приборҙары менән йыһазландырылған биналарға тап ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә иҫәпләнә.
Ҡабаттан иҫәпләтеү буйынса ғаризаларҙы “БашРТС”тың сайтындағы рәсми бланкта тултырып ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ “WhatsApp”тағы 8-987-100-58-11 номеры буйынса ғаризалар өсөн тәғәйенләнгән ҡушымтала яҙырға була. Теләгән кешегә шәхси барып ғариза биреү өсөн адрес: Өфө ҡалаһы, Ульяновтар урамы, 59-сы йорт. Компания дүшәмбе-йома көндәрендә 8.30 сәғәттән 17.30 сәғәткә тиклем эшләй, шәмбе һәм йәкшәмбе – ял.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас