Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 19:30

Борсолорға урын юҡ

Өфөнөң төньяғында яңы зыярат төҙөү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә.

Әле Өфөнөң төньяҡ райондары халҡынан яңы зыярат төҙөү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә. Максимовка һәм Тимашев ҡасабаларында йәшәгәндәрҙе проектланған объекттың торлаҡ секторына яҡын урынлашыуы борсой. Әммә хәүефләнергә урын юҡ.
Ысынлап та, зыярат төҙөү күҙаллана. Тик ул сәнәғәт зонаһында, әлегеһенән 1,5 километр төньяҡтараҡ урынлаша: унан Тимашев ауылына тиклем – 3,5 километрҙан, Максимовкаға тиклем дүрт километрҙан ашыу.
Яңы объектты хеҙмәтләндереү өсөн тейешле инфраструктура, еңел автотранспорт һәм автобустар өсөн туҡталҡа проектлана. Бынан тыш, оло юлдан Яңы Черкассы ҡасабаһына тиклем юл һалына.
Яңы зыярат эсәр һыу сифатына йоғонто яһамаясаҡ. Яуым-төшөм һәм ҡар һыуы зыярат биләмәһенән канализацияға ағып төшөп, таҙартыу ҡоролмаларына йыйыла. Бынан тыш, һыуҙы юл тотҡарлаясаҡ.
Тимашев һәм Максимовка үҙәкләштерелгән һыу селтәренә тоташтырылған. Уларға эсәр һыу Төньяҡ һыу бүлгесенән килә. Төньяҡ зыяраттан Ҡариҙел йылғаһына тиклем – 5,8, ә Төньяҡ һыу бүлгесенә ҡәҙәр 7,7 километр.
Һыу тәьминәте сығанаҡтарын санитар һаҡлау зонаһына зыяраттар инмәй. Яңы зыяратта биләмәһендә ер аҫты һыуҙары өс метрҙан ашыу тәрәнлектә аға, был да талаптарға яуап бирә.
Ҡала халҡы борсоған һорауҙары менән Өфөнөң Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығында мөрәжәғәт итә ала.
Фото: ufacity.info
Читайте нас