Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илшат Шәрипов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми позицияһын белдергән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәтселәр, эксперттар ҡатнашлығында тыңлауҙар ойошторған һәм ҡурсаулыҡҡа А. Рюмин исемен биреү тураһындағы тәҡдимде ҡабул итмәгән. Һөҙөмтәлә А. Рюмин исемен мәңгеләштереүҙең альтернативаһын табырға тәҡдим итте, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.