Йәмғиәт
6 Февраль 2021, 13:15

Юл ябыла

Һауа торошона бәйле 6 февралдән Бөрө районындағы 1-се боҙ юлы ваҡытлыса ябыласаҡ

Башгидрометеоүҙәк хәбәр итеүенсә, киләһе көндәрҙә лә һауа торошоноң насар тороуы көтөлә.
Йылы көндәр менән бәйле 6 февралдән Бөрө районындағы 1-се боҙ юлы ваҡытлыса ябыласаҡ. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был боҙ юлы Бөрө ҡалаһындағы Ағиҙел йылғаһы аша һалынған. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итә. Һауа торошо һалҡынайтҡан осраҡта ғына боҙ юлы ҡайтанан асыласаҡ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.
Читайте нас