Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә былтыр 380 урын төҙөкләндерелгән. 2019–2024 йылдарға иҫәпләнгән документ Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Дөйөм алғанда, биш йылда программа буйынса өс мең самаһы ихата яңырасаҡ, тип күҙаллана.
Мөһим сараға БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы кураторлыҡ итә. Ә программаны тормошҡа ашырыу процесына, эштәргә заказ биреүсе булараҡ, муниципаль берәмектәр яуаплы.
Сығымдарҙың төп өлөшөн республика бюджеты үҙ өҫтөнә ала. Барлыҡ эштәр хаҡының 94 процентын – республика, биш процентын муниципалитет ҡаплай. Ҡалған бер процентты халыҡ үҙаллы йыйырға тейеш. Бында ҡаҙна аҡсаһын экономиялау тураһында һүҙ бармай, төп маҡсат – халыҡты дөйөм эшкә йәлеп итеү. Республикала уңышлы тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында тупланған тәжрибәнән күренеүенсә, беренсенән, кешеләр нимәне төҙөкләндерергә кәрәклекте үҙҙәре хәл итһә, икенсенән, дөйөм эшкә мөмкин булғанса өлөш индерһә, милеккә ҡараш бөтөнләй башҡа төрлө була.
Былтыр программала ҡатнашыусылар һайлап алынды – урындағы хакимиәттәр ниндәй ихатаның төҙөкләндереүгә нығыраҡ мохтаж булыуын иҫәпкә алып эш итте.
Учалыла ла ихаталарҙы төҙөкләндереү һуңғы йылдарҙа йылдам бара. Быға тиклем “Уңайлы ҡала мөхите”, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программалары сиктәрендә лә байтаҡ эш башҡарыла.
– “Башҡорт ихаталары” ярҙамында төҙөкләндереү өсөн объекттар халыҡтың ғаризаларына таянып билдәләнә. 2019 йылда ҡалала күп фатирлы 17 йортҡа ҡараған ете ихата яңы төҫ алды, уларҙы яңыртыу өсөн бөтәһе 23 миллион һум ярым тирәһе аҡса тотонолдо.
Былтыр 19 миллион 577 мең һумға дүрт ихата яңыртылды. Халыҡтан килгән ғаризаларҙы иң тәүҙә йәмәғәт-административ комиссияһы ҡараны. Комиссия ошо һәм күрше ихаталарҙың торошон, урындың үҙенсәлеген ҡарап, төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләне һәм биләмәне “Башҡорт ихаталары” программаһына индереү ҡарарын раҫланы, – тип программаны ғәмәлгә ашырыу этаптары менән таныштырҙы ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Луиза Панферова.
Бөгөн төҙөкләндерелгән ихаталарҙы танырлыҡ та түгел. Уларҙа резина япмалы балалар майҙансыҡтары, уйын һәм спорт ҡорамалдары, эскәмйәләр, сүп йәшниктәре урынлаштырыла, автомобиль ҡуйыу урындары, ихата юлдары киңәйтелә, бордюрҙар алмаштырыла, мәғлүмәт стендтары, тышҡы яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү булдырыла, ҡайһы бер ихаталарҙа ваҡ архитектура формалар ҡуйыла.
– Төрлө эштәрҙе төрлө подрядсылар башҡарҙы. Һәр береһе иңдәренә алған бурыстарын ваҡытында һәм еренә еткереп атҡарырға тырышты. Бигерәк тә Өфө ҡалаһының “Алюмастер” компанияһын билдәләп үтке килә. Уйын майҙансыҡтарын улар тиҙ һәм сифатлы, иң мөһиме, балалар өсөн хәүефһеҙ итеп урынлаштырыуға өлгәште. Йорттарҙа йәшәүселәр, һәр эштә әүҙемлек күрһәтеп, сараларҙы контролдә тотто, – ти Луиза Радмил ҡыҙы.
Любовь Чанчикова ҡала хакимиәте мәғариф идаралығының кадрҙар бүлегендә эшләй. Тормош иптәше менән өс бала үҫтерәләр. 2016 йылда Тәүтөҙөүселәр урамында урынлашҡан йорттан өс бүлмәле фатир һатып алалар. 2017 йылда йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнап йәшәгән әүҙем ҡатынды күп фатирлы йорт өсөн яуаплы итеп һайлайҙар. Тәүтөҙөүселәр урамы ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, оло йәштәгеләр ҙә, йәш ғаиләләр ҙә күп, балалар һаны ла байтаҡ.
Үҙе өс бала әсәһе Любовь Сергеевнаны иң тәүҙә ихаталарҙа балалар өсөн уйын майҙансыҡтарының торошо борсой.
– Беҙҙең йорт Тыныслыҡ урамындағы 8-се йорт менән йәнәш урынлашҡан, ике йортта барыһы 145 фатир иҫәпләнә. Ихатала иҫкереп, буяуҙары таушалып бөткән бер нисә генә уйын ҡорамалы бар ине. Етмәһә, тимерҙән эшләнгәс, улар балалар өсөн хәүеф тыуҙырҙы.
Башҡа ихаталарҙа ниндәйҙер программа нигеҙендә майҙансыҡ пәйҙә булыуын ишеткәс, йортта йәшәүселәр, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә тәүәккәлләйек, тигән тәҡдим әйтте, – ти Любовь Сергеевна.
Үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған ханым, мөлкәт хужаларының йыйылышын ойоштора, унда һәр кемдең теләген, ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, ихатала башҡарыласаҡ эш тәртибе раҫлана. Проект төҙөгәндә балаларҙы ғына түгел, ололарҙы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы ла уйлап эш итәләр. Программа шарттарына ярашлы, сығымдарҙың бер процентын милекселәр ҡапларға тейеш. Ике йорт буйынса йылылыҡ өсөн коммуналь түләүҙәрҙән экономияланған аҡса йыйылған була. 67 мең һум аҡсаны проектты тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтергә ҡарар итәләр.
Төҙөкләндереү эштәре йәй, көҙ айҙарында башҡарыла. Ихата бөтөнләй икенсе төҫ ала. Аллы-гөллө төҫтәргә күмелеп, әллә ҡайҙан балҡып тора, балаларҙың шат ауаздары тынмай. Бында резина япмалы уйын һәм спорт ҡорамалдары урынлаштырылған, сүп йәшниктәре, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған, автомобиль туҡталҡалары киңәйтелгән, бордюрҙар алмаштырылған. Ихатала төндә лә ҡараңғы түгел, сөнки дүрт энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыс ҡуйылған. Өс видеокамера бында йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
– Күптәр аҡса түләп тренажер залдарына йөрөй, ә беҙҙең ихатала спортты үҙ иткән ололар өсөн япмалы тренажерҙар урынлаштырылды. Уларҙа даими шөғөлләнеүселәр ҙә бар, өлкән йәштәгеләр ҙә спорт менән ихлас мауыға, – тип шатлығы менән уртаҡлаша әңгәмәсем.
Ихата ситендәрәк тағы бер майҙансыҡ бар. 28 х 25 метр үлсәмле сетка менән кәртәләнгән биләмәлә мини-футбол, волейбол, баскетбол уйнарға була. Был майҙансыҡты бигерәк тә үҫмерҙәр үҙ иткән.
– Спорт менән шөғөлләнер өсөн быға тиклем ҡала паркына йөрөй инек, хәҙер барыһы ла үҙебеҙҙә бар. Тиҫтерҙәрем менән ике команда төҙөнөк, көн һайын мини-футбол, волейбол уйнайбыҙ, – ти Чанчиковтарҙың VIII класта белем алған улдары Арсен.
Бына шулай берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһенән шатлыҡ кисерә бөгөн Тәүтөҙөүселәр һәм Тыныслыҡ урамында йәшәүселәр.
– Бөтә ҡорамалдар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, һәр ҡайһыһының сертификаты бар. Иң мөһиме – майҙансыҡтарҙың өсәүһе лә кәртәләнеп алынған. Беҙгә уларҙы ҡәҙерләп һаҡлап, ипләп тотонорға ғына ҡала. Республика, район, ҡала етәкселегенә халыҡты хәстәрләп, тормош шарттарын яҡшыртырға, уңайлы мөхит булдырырға тырышҡандары өсөн ҙур рәхмәт, – ти Любовь Сергеевна.
Төҙөкләндереү дауам итәсәк
Учалыла күп ҡатлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү эше дауам итәсәк. Милекселәр менән йыйылыштар ойошторолоп, “Башҡорт ихаталары” программаһында быйыл ҡатнашыу өсөн йорттар һайлап алынған да инде. Ҡаланың Пионер урамында урынлашҡан 13 йортто берләштергән иң ҙур ихаталарҙың береһе яңыртыласаҡ. Әле документтар әҙерләнә, һайланған проекттар дәүләт экспертизаһы үтә.
– “Башҡорт ихаталары” программаһы шуныһы менән яҡшы, бында эштәр комплекслы алып барыла, йәғни айырым урында түгел, тотош ихата төҙөкләндерелә. Икенсенән, ниндәй эштәр башҡарырға икәнлеген кешеләр үҙҙәре хәл итеп, үҙ өлөшөн индергәс, улар милеккә һаҡсыл ҡарашта була. Программаның тағы бер өҫтөнлөгө – төп урынға хәүефһеҙлек ҡуйыла, – ти Луиза Панферова.
Учалы ҡалаһы үҙенең гүзәллеге, таҙалығы, төҙөклөгө менән быға тиклем дә күптәрҙе һоҡландыра ине, программа нигеҙендә ул йылдан-йыл тағы ла күркәмләнә бара.
* 2019 йылда республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 400-ләп ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән;
* былтыр ихаталарҙы яңыртыуға 1,77 миллиард һум аҡса тотонолған. Күп фатирлы 519 йортҡа ҡараған 380 ихата төҙөкләндерелгән;
* 186 балалар майҙансығы, 116 спорт майҙансығы, 14226 туҡталҡа барлыҡҡа килгән, 2021 яҡтыртҡыс, 2003 эскәмйә, 1888 сүп-сар һауыты ҡуйылған, ихаталарға 457 мең квадрат метр асфальт, 72 мең квадрат метр хәүефһеҙ япма түшәлгән;
* проектты тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы муниципалитеттар тип Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Мәләүез, Яңауыл ҡалалары, Бәләбәй, Саҡмағош, Баҡалы, Краснокама райондары танылды;
* артта ҡалған төбәктәр – Өфө, Бөрө, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары;
* 2024 йылға тиклем 3000 йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла.
Программа нигеҙендә башҡарылырға тейешле мотлаҡ һигеҙ төрлө эш:
l Хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы;