Бөгөн таң менән Өфө ҡалаһының Мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә баш ҡаланың Октябрь һәм Совет райондарында 32 йорт йылыһыҙ ҡалған тигән мәғлүмәт килә. Комсомол, Малая Тихорецкая урамдары, Октябрь проспектында урынлашҡан тораҡ йорттар һәм социаль объекттар эләгә унда. Социаль объекттар араһында 6-сы балалар баҡсаһы, 89-сы белем биреү үҙәге (мәктәп һәм балалар баҡсаһы) һәм дауалау учреждениелары бар. Белем биреү ойошмалары ваҡытлыса эшләмәй. Ата-әсәләр был турала белә һәм балаларын өйҙә ҡалдырыу мөмкин булмаған осраҡта, уларҙы күрше балалар баҡсаларына тәғәйенләгәндәр. Мәктәп уҡыусылары дистанциялы форматта уҡый.
Үҙәк йылылыҡ һәм йылы һыу менән тәьмин итеү авариялы һүнгән урынға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков барған. Ул урында күсмә оператив штаб ултырышы үткәргән һәм авария-йүнәтеү хеҙмәттәренә йөкләмәләр биргән. Хәл айырым контролгә алынған.
Әлеге ваҡытта 500 миллиметр диаметрындағы йылы килтереүсе торба үткәргестәге технологик зыянды юҡ итеү буйынса эштәр башҡарыла.
Кешеләргә, кәрәк булһа, йылытыу пункттары булдырылған. Улар 97-се мәктәп, Шәфиев урамы, 31/2, 42-се лицей, Менделеев урамы, 215/3, 49-сы мәктәп, Менделеев урамы 197/1 урынлашҡан.
Шулай уҡ, әгәр кәрәк булһа, подъездарҙы һәм йылылыҡ системаһы туңмаһын өсөн махсус йылытыу ҡорамалдары әҙерләнгән. Ҡала хеҙмәттәре хәлде тиҙ арала төҙәтеү өсөн барыһын да эшләй. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү менән белем биреү ойошмалары эшен тергеҙәсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.